Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
23 Ғинуар 2020, 11:50

Битарафлыҡ һәләкәткә килтерә

Юлдарҙа балаларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьәләһен Башҡортостан Дәүләт автоинспекцияһы даими рәүештә күҙ уңында тота.

Үткән йылда республикабыҙҙағы юл-транспорт ваҡиғаларында — 23, шул иҫәптән салонында балиғ булмаған пассажир ултырған машина водителе тарафынан яһалған ҡағиҙә боҙоуҙар арҡаһында 16 баланың ғүмере өҙөлдө. Ҡалған һәләк булыусы бәләкәстәр (6 кеше) — йәйәүлеләр, тик берәүһе — велосипедсы. Балалар травмаларына бәйле юл хәрәкәте ваҡиғалары айырыуса борсоуға һала.
Әлеге мәлгә тиклем кескәй пассажирҙарҙың үлеменә килтергән юл-транспорт ваҡиғаларының иң күп таралғаны — техникаларҙың бәрелешеүе. Аңлы рәүештә йәиһә үҙҙәренең иғтибарһыҙлығы менән юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өлкәндәрҙең уйланмаған ғәмәлдәре һөҙөмтәһендә балаларыбыҙ һәләк була йә тән йәрәхәттәре ала.
Водителдәрҙең автокреслолар ҡулланыу ҡағиҙәһен һанға һуҡмауы йәки хәүефһеҙлек ҡайыштары булмайынса бәләкәстәрҙе ултыртып йөрөтөүе — юл-транспорт ваҡиғаһына тарығанда үкенесле хәлдәргә килтерә. Әйтергә кәрәк, айырыуса каникул ваҡыттарында бала-пассажирҙарҙың һәләкәткә тарыуы арта. Сөнки улар ата-әсәләре менән ял итеү маҡсатында бергәләп юлға сыға. Шуға күрә транспорт эйәләренә, водителдәргә һауа шарттарын һәм юл тороштарын иҫәпкә алып юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен ныҡлы күҙәтеү зарур. Әгәр салонда балалар бар икән, был саҡта айырыуса иғтибарлы һәм ипле булыу талап ителә.
Хөрмәтле өлкәндәр! Тап һеҙҙең яуапһыҙлығығыҙ арҡаһында юлдарҙа бер ғәйепһеҙ бәләкәстәрҙең ғүмере өҙөлә, йәки улар ауыр йәрәхәт ала. Битарафлыҡтан ҡотолоғоҙ, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ.
Читайте нас: