Инйәр
+9 °С
Облачно
Общие статьи
20 Января 2020, 06:05

Әсәлек капиталы күләме арттырылды

1 ғинуарҙан үҙ көсөнә ингән үҙгәрештәргә ярашлы, әсәлек капиталы күләме 466 мең 617 һумға тиклем арттырылды, тип хәбәр итә Пенсия фондының матбуғат хеҙмәте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Былтырғы менән сағыштырғанда уның күләме 13,6 мең һумға йәки 3 процентҡа артты. Индексация уҙған йылдың аҙағына сертификатта тулы йә иһә өлөшләтә күләмдә аҡсаһы булған барлыҡ ғаиләләргә ҡағылды. Рәсәйҙең Пенсия фонды мәғлүмәттәре буйынса, улар бөтәһе — 3,4 миллион ғаилә.
Бөгөн ғаиләләр әсәлек капиталын торлаҡ шарттарын яҡшыртыу — торлаҡ һатып алыу һәм төҙөү, төҙөлгән торлаҡҡа сығымдарҙы ҡаплау, балаларҙы уҡытыу — балалар баҡсаһы, мәктәп йәки вуз хеҙмәттәре өсөн түләү, икенсе балаһы 2018 йылдан һуң тыуған түбән килемле ғаиләләр өсөн айлыҡ түләүҙәр алыу, инвалид балаларҙы социаль яраҡлаштырыу, әсәнең пенсияһын арттырыу — әсәлек капиталы аҡсаһын пенсия тупланмаларын формалаштырыу өсөн ҡулланырға мөмкин.
“Башинформ”
Читайте нас