Инйәр
-7 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Ғинуар 2020, 12:30

Хуш, Театр йылы! Рәхим ит, Хәтер һәм дан йылы!

2019 йыл Рәсәйҙә театр йылы тип иғлан ителеүен ижадсылар, сәнғәт кешеләре ошо ҡыуаныслы ваҡиғаны дәррәү күтәреп алды. Театр — ул зауыҡлыларҙың, фекерҙәштәрҙең байрамса осрашыу майҙаны, күңел бөтәйеп, рухың байып ҡайтыр, ижад усағы, күңел йылыһын бүлешер, йөрәктән сыҡҡанды йөрәккә еткерер өсөн тәғәйенләнгән урын. Ошо уңайға арналған саралар районыбыҙ халҡының береһен дә ситләп үтмәне тиерлек. Ә ағымдағы йылыбыҙ ҙур тарихи ваҡиға — Бөйөк Еңеүгә 75 йыл тулыуы менән әһәмиәтле.

Күптән түгел район мәҙәниәт йортонда Театр йылын ябыуға арналған тантаналы кисәлә һүҙҙәр тап ошо хаҡта яңғыраны. Тәүге һүҙ район хакимиәте башлығы И.Әминевҡа бирелде.
  • Уҙған Театр йылы ауыл мәҙәниәт йорттарында уҙғарылған сараларға бик бай булды. Спектаклдәр, профессиональ театрҙар менән осрашыуҙар, һәүәҫкәр артистарҙың бенефистары, яҙыусыларға арналған кисәләр һәр ауылда үтте, — тине Илшат Нәжмитдин улы сарала ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп һәм үткән Театр йылының әһәмиәтле булыуын, районыбыҙҙа “Өмөт” халыҡ театрының әүҙем эшләп килеүен, яҡташтарыбыҙ Рауил Ғәлин, Олег Ханов кеүек күренекле сәхнә артистарын билдәләп, киләсәктә лә театр коллективтарының артыуын, тамаша залдарының тамашасылар менән тулы булыуын теләне.
  • Артабан ул район кимәлендә уҙған сараларҙа әүҙем ҡатнашҡан кешеләргә, ижади төркөмдәргә, ауыл хакимиәттәренә район хакимиәтенең Маҡтау ҡағыҙҙарын, Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
    Бүләкләүҙәрҙән һуң, сәхнә түренә байрам ҡунаҡтары — Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры коллективы сыҡты. Улар йылды ябыу, Хәтер һәм Дан йылын асыу сараһына тамашасыларға Данил Сәлиховтың “Парлы яңғыҙҙар” әҫәрен тәҡдим итте.
    Мөхәббәт — әҙәм балаһына бирелгән иң юғары тойғо, ул берәүҙе лә урап үтмәй. Уның бәхетле, бәхетһеҙ булыуы ихтимал. Әммә Хоҙай Тәғәлә ергә килтергән бер генә кешеһен дә мөхәббәт тигән бүләктән мәхрүм иткәне юҡ. Д.Сә лиховтың “Өҙөлгән йөҙөм” исемле әҫәре буйынса күренекле режиссер Дамир Ғәлимов сәхнәләштергән “Парлы яңғыҙҙар” драмаһы тап шул мәңгелек тема — мөхәббәт, изгелек, ил, ир һәм кешелек намыҫы тураһында. Ситтән ҡарағанда, бөтә геройҙар ҙа ҡәҙимге тормошта үҙ урындарын тапҡан һымаҡ, әммә, һөҙөмтәлә иңгә-иң, күҙгә-күҙ терәп, күршеләш йәшәгән парлы-парлы яңғыҙҙар барлыҡҡа килә. Ғәжәп хәл: тәҙрә аша күҙәтеп бер-береһен һөйгәндәр…
    Халыҡ тормошоноң үткәненән, бөгөнгөһенән һут алған иҫ китмәле фәһемле һәм уйланырлыҡ сәхнә әҫәре. Ролдәрҙе башҡаралар: Башҡортостандың халыҡ артистары Риф Сәйфуллин, Зифа Баязитова, Рәмилә Хоҙайғолова, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Әлфирә Йосопова һәм Юнир Ғәйнуллин, артист Морат Амантаев. Әйткәндәй, был спектакль төп ролдәрҙең береһен башҡарыусы яҡташыбыҙ Риф Сәйфуллиндың күркәм юбилей тамашаһы ла булды.
    Артистар үҙ ролдәрен тормошсан итеп башҡарҙы. Спектакль һәр кемдең күңелен әсир итте, тамашасылар артистарҙы аяғүрә баҫып алҡыштарға күмде. Шулай итеп, Театр йылын йомғаҡлауға арналған матур байрам тамамланды һәм тағы ла бер йыл районыбыҙҙың тарих биттәрендә үҙ урынын алды.
    Шулай итеп Хуш, Театр йылы! Рәхим ит, Хәтер һәм дан йылы!
    Рәғиҙә Ғиззәтуллина.
    Ирина Куркова фотоһы
    Читайте нас в