Асыҡлап әйткәндә, закладка һалынған ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ер участкалары буйынса түләүҙәрҙе ҡайтарыу үҙенсәлектәре билдәләнде.
Мәҫәлән, закладка һалынған ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ер участкалары буйынса бурыстарҙы түләткәндә ауыл хужалығы производствоһының миҙгелле эшмәкәрлеге һәм уның тәбиғәт-климат шарттарына бәйлелеге, шулай уҡ был ер участогын файҙаланған ауыл хужалығы продукцияһын етештереүсенең ошо йүнәлештә эшмәкәрлек итеүҙә тейешле ваҡыты тамамланыуға килем алыу мөмкинлеге иҫәпкә алынырға тейеш.
Бынан тыш, ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ер участкаһын закладҡа һалыу хаҡы ике яҡтың килешеүе нигеҙендә ер участкаһының кадастр баһаһынан сығып (баҙар хаҡы буйынса баһаланмайынса) билдәләнергә мөмкин.
Хоҡуҡтарҙы тормошҡа ашырыу өсөн
2019 йылдың 18 июнендә шулай уҡ “Советтар Союзы Геройҙары, Рәсәй Федерацияһы Геройҙары, Дан орденының тулы кавалерҙары статусы тураһында”ғы Рәсәй Федерацияһы Законының 1.1-се һәм 5-се статьяларына һәм “Социалистик Хеҙмәт Геройҙарына, Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт Геройҙарына һәм Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалерҙарына социаль гарантиялар билдәләү тураһында”ғы Федераль закондың 3-сө статьяһына индерелгән үҙгәрештәр (№ 126-ФЗ, 06.06.2019 йыл) үҙ көсөнә инде.
Төҙәтмәләргә ярашлы, Советтар Союзы һәм Рәсәй Федерацияһы Геройҙары, Социалистик Хеҙмәт һәм Рәсәй Хеҙмәте Геройҙары, Дан һәм Хеҙмәт Даны ордендарының тулы кавалерҙары, шулай уҡ улар менән бергә йәшәүсе ғаилә ағзалары торлаҡ бүлмә менән файҙаланыу, уны тотоу өсөн түләүҙәрҙән (күп фатирлы йорттар менән идара итеү буйынса хеҙмәттәргә, күп фатирлы йорттарҙағы дөйөм мөлкәтте төҙөкләндереүгә, дөйөм мөлкәтте файҙаланғанда тотонолған һалҡын һәм эҫе һыу, электр энергияһы өсөн, һыу ағыҙыу торбаһы үткәреүгә түләүҙәрҙән), күп фатирлы йортта капиталь ремонт үткәреүгәиғәнә индереүҙән, коммуналь хеҙмәттәргә (һалҡын һәм эҫе һыуға, электр һәм йылылыҡ энергияһы, газ, баллондарҙағы көнкүреш газы, ҡаты яғыулыҡҡа, һыу ағыҙыу торбалары үткәреүгә, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар өсөн торлаҡ биналарҙы ведомство-ара һаҡлау сигналдары менән файҙаланған өсөн түләүҙәрҙән азат ителә.
Был льготалар менән файҙаланыуға хоҡуҡтарҙы тормошҡа ашырыу йәһәтенән йәшәгән урын буйынса халыҡты социаль яҡлау органына мөрәжәғәт итергә кәрәкю