Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
9 Ғинуар 2020, 12:10

“Их, күңелле, бик күңелле ҡышҡы каникулдар!”

Яңы йыл каникулдары балаларға ғына түгел, өлкәндәр өсөн дә иң күңелле һәм мауыҡтырғыс мәл. Ҡыш, ысынлап та, рәхәтләнеп ял итәбеҙ, туғандар, яҡындар менән күрешәбеҙ, ҡунаҡҡа йөрөшәбеҙ, тау шыуабыҙ. Иртәнсәктән сараларға бай көндәрҙә береһенә лә күңелһеҙләнергә тура килмәне.

Район мәҙәниәт йортоноң спорт залында уҙған “Күңелле старттар”ҙа балалар үҙҙәренең етеҙлектәрен, тиҙлеген һәм сыҙамлылыҡтарын күрһәтә алды. Саф һауала йөрөүҙе үҙ итеүселәр иһә боҙ ҡаласығында шыуып рәхәтләнде. Балалар китапханаһында әүҙем уҡыусылар өсөн “Тылсымлы Яңы йыл байрамы” исемле мауыҡтырғыс викторина ойошторолһа, мәҙәниәт йортонда ғаилә парҙары “Угадай мелодию” шоу-бәйгеһендә һәләттәрен һынаны. Бәләкәстәр ҙә ололар ҙа шыршы тирәләй әйләнеп йырлап-бейеп тә алды, барлыҡ конкурстарҙа ла бик ҙур теләк менән ҡатнашты, күңелле һәм ҡыҙыҡлы итеп ваҡыт үткәрҙе.
+
Раштыуа байрамында ла район халҡына төрлө сараларҙа ҡатнашып, күңел асыу мөмкинлеге булды. Был көн балалар китапханаһында ойошторолған “Быуындар бәйләнеше” фольклор байрамы менән башланды. Кескәйҙәр үҙҙәренең ата-әсәләре, олатай-өләсәйҙәре, яҡындары менән бергәләп ваҡыттарын файҙалы уҙғарҙы: элеккеләрен хәтергә төшөрҙө, ҡыҙыҡлы һәм фәһемле мульфильмдар ҡараны.
+
Көтөп алынған каникулдар бай саралар шауҡымында һиҙелмәй үтеп тә китте. Программаны район мәҙәниәт йортонда ойошторолған “Асыл күңел” халыҡ уйындары тамамланы. Сәйле табын артына рус фольклорын үҙ итеүселәр йыйылды. Бында улар ата-бабаларҙан килгән халыҡ йолаларын, йырҙарын, ғөрөф-ғәҙәттәрен иҫкә төшөрҙө.
Ғиззәтуллина Рәғиҙә.
Читайте нас: