Инйәр
+22 °С
Ясно
Общие статьи
3 Января 2020, 08:30
Күңелдәрҙә оҙаҡ һаҡланыр
Район мәҙәниәт йортонда хакимиәт башлығының Шыршы байрамы үтте.
Ҡупшы итеп биҙәлгән шыршы янына район мәктәптәренең уҡыу алдынғылары, төрлө фәндәр буйынса олимпиадаларҙа, спорт бәйгеләрендә еңеү яулаусылар йыйылды. Улар араһында беҙҙең Тәүәкәс мәктәбенән дә алты уҡыусы булды.
Байрам сараһында район хакимиәте башлығы Илшат Әминев балаларҙы түҙемһеҙләнеп көтөп алған байрам менән ихлас ҡотлап, иң изге теләктәрен еткерҙе. Яңы йылда тағы ла тырышыбыраҡ уҡыуҙарын, сәләмәт-һау булыуҙарын теләне.
Тәүҙә ҡыҙыҡлы әкиәт ҡараныҡ, һуңынан тылсымлы персонаждар Ҡыш бабай менән осрашыуға күптән әҙерләнеп, төрлө маскарад костюмдарын кейгән балаларҙы дәртле бейеүҙәргә әйҙәне, йырлатты, шиғырҙар һөйләтте, йомаҡтар систерҙе, төрлө уйын һәм конкурстарҙа уларҙың белемен, тапҡырлығын, сослоғон һынаны.
Сарала балаларҙың барыһы ла район хакимиәте башлығының бүләктәрен алып, ҙур ҡыуаныс кисерҙе. Быйылғы Шыршы байрамы ла иҫтә ҡалырлыҡ матур үтте, ул һәммәбеҙҙең күңелендә оҙаҡ һаҡланыр.
Алина Суфьянова,
Тәүәкәс мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"