Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
3 Ғинуар 2020, 13:15

“Гөлнәзирә” — ауылыбыҙҙың йөҙөк ҡашы

Убалар ауылы клубында уҙғарылған барлыҡ сараларҙа, байрамдарҙа, өмәләрҙә, дини йолаларҙа әүҙем ҡатнашҡан, үҙҙәренең ваҡыттарын бүлеп, урындағы мәҙәни тормошто яҡтыртҡан “Гөлнәзирә” төркөмө тураһында ине һүҙем.

Фольклор төркөм 2012 йылда барлыҡҡа килде. Иң тәүге яығышыбыҙ халыҡ йыры “Гөлнәзирә” менән башланғанға күрә, уны шулай атаныҡ. Хәҙер иһә репепртуарҙа 50-гә яҡын халыҡ һәм авторҙар йыры тупланған.
Коллектив түңәрәккә, репетицияларға ҙур теләк менән йөрөй һәм үҙҙәренә тапшырылған бурысҡа бик яуаплы ҡарай. Төркөмдөң старостаһы Тәнзилә Йәнешева һәр башланғыста кәңәштәре менән ярҙам итә.Әминә Юламанова, Раҡия Заһиҙуллиналар хаҡында ла яҡшы фекерҙәр генә яңғырай: сөнки улар мәҙәни сараларҙы, байрамдарҙы тулыландырыусы. Рәйлә һәм Таңсулпан Абдуллиналар, Миңниса Һибәтуллина төркөмдөң алыштырғыһыҙ моңло тауышлы ағзалары. Ләйсән Баязитова бейеүҙәре менән әсир итһә, Миңнесур Ғабдуллина һәм Әнүзә Яҡупова театрлаштырылған өҙөктәрҙе оҫта башҡарыусы булараҡ, һәләттәрен күрһәтте.
Төркөм район кимәлендә уҙған сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша. Бынан тыш, үҙебеҙҙең планға алынған сараларыбыҙ ҙа бар. Мәҫәлән, уҙған йыл бер нисә тапҡыр Максим Горький ауылындағы “Шәфҡәтлелек” ҡарттар йортонда, Горный һәм Заря ауылы тьамашасылары алдында сығыш яһаның.
“Гөлнәзирә” — ауылыбыҙҙың йөҙөк ҡашы. Төркөм эшемдә көс һәм дәрт өҫтәй. Барлыҡҡа килгәндән алып бергә кисерелгән йылдарҙа “Гөлнәзирә”ләрҙең тырышлығы, үҙ репертуарҙарын байытҡандан- байыта барыуы һоҡландыра. Киләсәктә лә төркөм ағзаларының һау-сәләмәт булып, ижади үрҙәр яулауын теләйем. Уларға уңыштар, талымһыҙ көс юлдаш булһын.
Ғайса Абдуллин,
мәҙәни саралар ойоштороусы.
Читайте нас: