Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
1 Ғинуар 2020, 11:10

Хәүефһеҙлек сараларын күҙәтегеҙ!

Юлдарҙы аша сыҡҡанда бик һаҡ һәм ипле булығыҙ,

Хөрмәтле йәйәүлеләр! Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, автотранспорт саралары ҡапыл ғына туҡтай алмай. Юлдарҙы аша сыҡҡанда бик һаҡ һәм ипле булығыҙ, ашыҡмағыҙ, тирә-яғығыҙҙы күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ, капюшондарығыҙҙы сисегеҙ, кәрәҙле телефондарығыҙҙы һәм ҡолаҡҡа кейҙерелгән тауыш ҡоролмаларын һалып тороғоҙ. Иғтибарлы булығыҙ!
Архангел районы ЮХХДИ инспекторҙары йәйәүлеләргә кейемдәренә яҡтылыҡ сағылдырыусы элементтарҙы ҡәтғи рәүештә ҡуйырға тәҡдим итә. Улар водителдәргә ҡараңғыла юлдағы йәйәүлеләрҙе йыраҡтан күрергә һәм авария хәленә килтермәү саралары ҡабул итергә мөмкинлек бирә.
Водителдәр! Тиҙлек режимын һәм арауыҡты күҙәтегеҙ. Юл саттарына, йәйәүлеләр сыға торған урындарға яҡынлашҡанда тиҙлекте кәметегеҙ! Үҙегеҙҙең һәм башҡаларҙың сәләмәтлеге һәм ғүмере хаҡында иҫегеҙҙән сығармағыҙ.
Евгений Чернов,
Архангел районы буйынса дәүләт автоинспекторы.
Читайте нас: