Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Декабрь 2019, 14:35

“Төп йүнәлеш – халыҡ менән бергә булыу”, - тине Владимир Путин съезд эшедә

Мәскәүҙә республика Башлығы Радий Хәбиров “Берҙәм Рәсәй” партияһының XIX съезы эшендә ҡатнашты.

Мәскәүҙә республика Башлығы Радий Хәбиров “Берҙәм Рәсәй” партияһының XIX съезы эшендә ҡатнашты. Башҡортостандан бөтәһе 20 делегат, шул иҫәптән район хакимиәте башлығы Илшат Әминев та булды. Улар араһында – партияның юғары етәкселеге, төбәк бүлексәләре һәм урындарҙағы йәмәғәт ҡабул итеү башлыҡтары, Дәүләт Думаһы депутаттары, Федерация Советы ағзалары, эксперттар, политологтар, журналистар һ.б.
Сараның пленар ултырышында сығыш яһап, Рәсәй Президенты Владимир Путин партияның мөһим бурыстарын билдәләне.
– “Берҙәм Рәсәй” – илебеҙҙең иң ҙур, алдынғы сәйәси партияһы. Был статусты иң тәүҙә граждандарҙың, илдең мәнфәғәттәрен ҡайғыртҡаны, тарихтың ҡатмарлы боролоштар мәлендә яуаплылыҡтан ҡурҡмай, ҡарарҙар ҡабул итергә әҙерлеге арҡаһында яуланы, – тине Владимир Путин. – Партияның эшендә төп йүнәлеш – халыҡ менән бергә булыу, кешеләрҙең мохтажлыҡтарын яҡшы белеү, ярҙам итеү, аңлатыу, яҡлау. Граждандар хаҡында артабан да хәстәрлек күреп, лидерлыҡты раҫлаясаҡбыҙ.
Съездың йомғаҡтары буйынса, Радий Хәбиров партияның Генераль советы составына инде.
– Партия республика өсөн бик күпте эшләй, – тине Радий Фәрит улы, журналистарҙың һорауҙарына яуап биреп. – Әммә проблема шунда, уны һәр ваҡыт чиновниктар партияһы тип ҡабул иттеләр. Асылда уның составында, чиновниктарҙан тыш, төрлө һөнәр эйәләре, хәрбиҙәр, уҡытыусылар, табиптар, ғөмүмән, барлыҡ тармаҡтар вәкилдәре бар.
Беҙҙең беренсе бурыс – халыҡҡа ошо ысынбарлыҡты еткереү. Әлегә быны бигүк яҡшы эшләмәнек. Икенсенән, яңыртыу тураһында әйткәндә, заман реалийҙарын аңламағандарҙы, әхлаҡи, кешелек сифаттары беҙҙеке менән тап килмәгәндәрҙе тотмаясаҡбыҙ.
“Берҙәм Рәсәй” – халҡыбыҙҙың бер өлөшө. Бөгөн йәмғиәттә ябай кешелек мөнәсәбәттәренә, ихласлыҡҡа, намыҫлылыҡҡа, ғәҙеллеккә ҙур мохтажлыҡ бар. Ошоноң өсөн дә мин фекер алышыу үткәрергә тәҡдим иттем. Уның һөҙөмтәләре буйынса ни булыр – ҡарарбыҙ.
Альберт Рәхимов.
Читайте нас: