Инйәр
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
23 Декабрь 2019, 11:10

Йыл аҙағына тиклем күсереп өлгөрөргә кәрәк

2019 йылдың 11 айында республикала йәшәүсе, пенсияның тупланма өлөшөн дәүләт менән берлектә финанслау программаһында ҡатнашыусы үҙҙәренең иҫәбенә 108 миллион һум аҡса күсерҙе: программа эшләй башлағандан алып әлегәсә 2 миллиард 250 миллион һум аҡса менән тулыландырылған, — тип хәбәр итте Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса идарасыһы Фоат Хантимеров.

Программала ҡатнашыусылар булып унда 2008 йылдың октябренән 2014 йылдың 31 декабренә ҡәҙәр инеүселәр һәм 2015 йылдың 31 декабренә тиклем тәүге иғәнәләрҙе индереүселәр һанала. Дәүләт 10 йыл дауамында уларҙың киләсәк пенсияларына индерелгән ирекле иғәнәләрен (2000-дән 12000 һумғаса булған шартта) икеләтә күләмдә финанслауҙы тәьмин итә.
Пенсия тупланмаларына 2020 йылда финанслау алыу өсөн ҡатнашыусыларға иғәнәләрҙе ағымдағы йыл аҙағына тиклем күсереп өлгөрөргә кәрәк. Уны ике ысулда башҡарырға мөмкин: үҙаллы кредит ойошмаһы аша Рәсәй Пенсия фондына күсерергә, йәки үҙенең эш биреүсеһенә мөрәжәғәт итеп, был осраҡта иғәнәне хеҙмәт хаҡынан ебәреүҙе һорап эшләгән ойошманың бухгалтерияһына ғариза яҙыу мөһим.
Финанслау программаһы сиктәрендә формалашҡан тупланма пенсияны Пенсия фонды сайты йәиһә Дәүләт хеҙмәттәре порталындағы шәхси кабинетта күҙәтеп барырға була. Унда башҡарылған түләүҙәрҙән алып дәүләт финанслауы һәм алынған ошо аҡсаларҙан йыйылған килем һәм башҡа мәғлүмәттәр бирелә. Шулай уҡ белешмәләр Пенсия фонды һәм күп функциялы үҙәктән бирелгән шәхси иҫәп күсермәләренә ултыртыла.
Программа сиктәрендә түләнгән иғәнәләр һәм дәүләт финанслауы саралары пенсия тупланмаларының дөйөм суммаһына инә һәм идара итеүсе кампаниялар тарафынан инвестициялана. Иғәнәләргә физик шәхестең килеме булараҡ һалым билдәләнмәй, шуға күрә программала ҡатнашыусылар түләүҙәр суммаһына ҡарата социаль ташламалар менән файҙаланырға хоҡуҡлы.
Программа тураһында тулы мәғлүмәт менән Пенсия фонды сайтында (http://www.pfrf.ru/eservices/pay_docs/) танышырға мөмкин.
Александр Комзалов,
район Пенсия фонды идаралығы начальнигы.
Читайте нас: