Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
23 Декабрь 2019, 14:44

Боҙ ҡаласығы — бала саҡҡа сәйәхәт

Яңы йыл алдынан кем генә мөғжизәгә ышанмай икән?! Бигерәк тә балалар Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙы йыл буйы түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Архангелдең үҙәк майҙанында асылған боҙ ҡаласығы ла кескәйҙәргә генә түгел, ололарға ла ҙур шатлыҡ бүләк итте.

Тантанаға йыйылған балаларҙы һәм ата-әсәләрҙе район хакимиәте башлығы Илшат Әминев тәбрикләп, Яңы йылда иң изге теләктәр, һаулыҡ, бәхет теләне. “Яңы йыл балалар өсөн дә, ололар өсөн дә иң матур байрам. Шуға күрә һеҙҙең өсөн төрлө әкиәт персонаждарын ҡуйып, ысын мөғжизәле ял итеү урыны әҙерләргә тырыштыҡ. Был боҙ ҡаласығы балаларыбыҙға тик шатлыҡ бүләк итеүен, уларҙың ҡышҡы каникулдан һуң ял итеп, яңы көс менән гел “биш”кә уҡыуҙарын теләйем”, — тине.
Артабан Илшат Нәжмитдин улы ауыл хакимиәттәре араһында Яңы йыл ҡаласыҡтарын биҙәү буйынса бәйге еңеүселәренә Маҡтау ҡағыҙҙары һәм аҡсалата сертификаттар тапшырҙы. Конкурс йомғаҡтарына килгәндә Абҙан ауыл хакимиәте — “Иң яҡшы Яңы йыл шыршыһы”, Арх-Латыш — “Иң яҡшы Яңы йыл фигуралары”, Инйәр — “Иң яҡшы тау” номинацияларында билдәләнһә, 3-сө урын алыусы Баҡалды ауыл советы — 30000 һум, 2-се урынды биләүсе Липовка ауыл советы — 50000 һум, 1-се урын яулаусы Инйәр ауыл биләмәһе 100000 һумлыҡ сертификат менән бүләкләнде. Был аҡсалар 2020 йылдың тәүге кварталында биләмәгә ҡараған юлдарҙы тәртиптә тотоуға йүнәлтеләсәк.
Бына тылсымлы тамаша башланды. Быйыл район тарихында тәү тапҡыр Ҡыш бабайҙар парады үҙҙы. Төрлө ауылдарҙан килгән Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыуҙар тамашасыларҙы ҡотлап үтте. Иң яҡшы һәм үҙенсәлекле сығыштар комиссия тарафынан баһаланды. Һөҙөмтәлә Солтанбәков Рәүф (Баҡалды ауыл советы) — “Ҡыш бабайҙың иң яҡшы кейеме”, Муллағәлимова Эльвина (Тәүәкәс) — “Иң яҡшы Ҡарһылыу”, Липовка ауыл советы — “Иң яҡшы ярҙамсы төркөм”, Йосопов Рәмил — “Тамашасы һөйөүе” номинацияларында баһаланды, Ә иң яҡшы Ҡыш бабай ролендә Бердников Алексей (Инйәр) — 3-сө, Әлимғолов Хәмзә (Абҙан) — 2-се, Ғәрифуллин Рөстәм (Орловка) 1-се урын яулап, Дипломдар менән бүләкләнде.
Кескәйҙәр мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән бай йөкмәткеле тамашаны яратып ҡабул итте. Улар Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙы һәм башҡа әкиәт геройҙарын да ҡыуанып ҡаршы алды. Артабан балалар өсөн төрлө уйындар һәм ярыштар үткәрелде. Балалар һырғалаҡта шыуып, төрлө уйындарҙа ҡатнашып, бүләктәр алып рәхәтләнеп ял итте. Ә Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу менән шыршы тирәләй йырлап бейеүгә хатта ололар ҙа ҡушылды. Эйе, ғәмһеҙ бала саҡ иленә сәйәхәт ул боҙ ҡаласығы.
Рәғиҙә Ғиззәтуллина.
Автор фотоһы.
Читайте нас: