Инйәр
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Декабрь 2019, 12:45

Һайларға хоҡуҡлылар

Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлеге 1 миллион 200 меңдән ашыу гражданға пенсия түләүҙәре башҡара. Пенсия һәм социаль түләүҙәр алыусыларҙың 36 проценты — почта бәйләнеше, 63,6 проценты — кредит ойошмалары, 0,4 проценты социаль хеҙмәтләндереү һәм холоҡ төҙәтеү учреждениелары аша ала.

Үҙенә уңайлы булһын өсөн пенсионер түләүҙәрҙе биреүсе ойошманы һайларға, алыштырырға хоҡуҡлы. Страховка пенсияһы кредит ойошмаһы ярҙамында пенсионерҙың ошондағы иҫәбенә күсереү юлы менән йәки почта бәйләнеше ойошмаһы кассаһы аша тапшырыла, йә өйгә килтереп бирелә. Бының өсөн Пенсия фонды идаралығына, Күп функциялы үҙәккә килеп, йәиһә фонд сайтындағы Шәхси кабинетты, дәүләт хеҙмәттәре порталын файҙаланып, шулай уҡ эш биреүсегә мөрәжәғәт итеп ғариза яҙырға кәрәк.
Йыл башынан 117 мең республика кешеһе (шул иҫәптән 99886 –һы Пенсия фондына килмәйенсә) пенсия алыу урынын алыштырҙы.
Түләүҙәр һәм пенсияны килтереү тәртибе тураһында тулы мәғлүмәт менән сайтта (http://www.pfrf.ru/branches/bashkortostan/info/~viplata/) танышырға мөмкин.
Башҡортостандағы Пенсия фонды идаралығы пенсия таратыу буйынса түбәндәге кредит ойошмалары менән килешеүҙәр төҙөнө: Һаҡлыҡ банкыһының 8598-се һанлы Башҡортостан бүлеге, Өфө ҡалаһындағы “УралСиб”, “Газпромбанк”, Өфө филиалдары: “Связь-Банк”, “ИнвестКапиталБанк”, “Росгосстрах Банк”, “СПМ Банк”, “Россельхозбанк”, “Уральский банк реконструкции и развития”, “ПромТрансБанк”, “Совкомбанк” (Үҙәк филиал), “АК БАРС”, “Форштадт”, “ФК Открытие” (Үҙәк филиал), “Запсибкомбанк”, “Почта Банк”, “РОСБАНК” (Волга яны филиалы), “Углеметбанк”, “КОЛЬЦО УРАЛА”, “Тинкофф Банк”, “ОТП Банк” (Һамар филиалы), “Восточный”, “АБ РОССИЯ” (Нижегородка филиалы) һәм БР федераль почта бәйләнеше идаралығы.
Александр Комзалов,
район Пенсия фонды идаралығы начальнигы.
Читайте нас: