Инйәр
-18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Декабрь 2019, 14:05

Милли матбуғат тарихынан: тәүге башҡорт гәзиттәре

Башҡорт милли матбуғатының барлыҡҡа килеү тарихы 1917–1919 йылдарҙағы автономия өсөн көрәш менән туранан-тура бәйле. 1917 йылдың йәйендә башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте ойошоу менән уның тәүге матбуғат баҫмаһы ла барлыҡҡа килә.

Беренсе башҡорт гәзите “Башҡорт иттифаҡи бюроһының мөхбире” тип атала. Уны ойоштороусыһы милли хәрәкәт етәкселеренең береһе Сәғит Мерәҫов була. 1-се Башҡорт ҡоролтайына әҙерлек барған осорҙа, 1917 йылдың 14 июнендә, “Башҡорт иттифаҡи бюроһы мөхбире”нең тәүге һәм берҙән-бер һаны донъя күрә. Унда милли хәрәкәт лидеры Зәки Вәлидиҙең “Башҡорттарҙың алдында торған эштәре” мәҡәләһе баҫыла.
1917 йылдың 20–27 июлендә 1-се Башҡорт ҡоролтайы үткәндән һуң, гәзит “Башҡорт” тип үҙгәртелә. Гәзиттең мөхәррире итеп шағир Хәбибулла Ғәбитов тәғәйенләнә. “Башҡорт” Ырымбур ҡалаһында аҙнаһына бер тапҡыр сығарыла. 1918 йылдың февралендә Башҡорт хөкүмәте ҡулға алынғас, гәзит бер аҙға туҡтап ҡала. Артабан 1918 йылдың июнендә Силәбе ҡалаһында Башҡорт хөкүмәте үҙ эшен яңынан башлағас, “Башҡорт” гәзите лә ҡайтанан сығарыла башлай. Силәбелә матбуғат эше менән Вәлидиҙең көрәштәше Фәтхелҡадир Сөләймәнов (беҙ уны күберәк Абдулҡадир Инан булараҡ беләбеҙ) шөғөлләнә.
1918 йылдың июлендә Сәғит Мерәҫов Ырымбур ҡалаһында Башҡорт хөкүмәтенең Ырымбур хәрби бүлеген ойоштора. Ошо бүлек янында Хәбибулла Ғәбитов “Башҡорт тауышы” тип исемләнгән яңы гәзит сығарыуҙы юлға һала. Гәзит башҡорт һәм рус телдәрендә Ырымбурҙың “Яңы ваҡыт” типографияһында аҙнаһына бер тапҡыр баҫыла. Гәзиттең өс һаны донъя күреп өлгөрә (30 июлдә, 7 һәм 14 августа). “Башҡорт тауышы” 7 августа сыҡҡан рус тлендәге һанында былай тиелә: “в “Голосе башкир” как официальном органе главное место будет отведено ознакомлению населения автономной Башкирии с работами центрального правительства Башкирии, распространению и разъяснению его распоряжений. Наряду с этим газета будет знакомить читателей с последними политическими новостями и военными известиями. Ввиду того, что “Голос башкир” предполагается пока, по некоторым причинам, выпускать еженедельно, последние известия будут сообщаться кратко, в общих чертах”.
Август башында Башҡорт хөкүмәте Силәбенән Ырымбурға ҡайтҡас, ике гәзитте берләштерергә ҡарар итә. “Башҡорт” һәм “Башҡорт тауышы” гәзиттәре урынына 1918 йылдың 20 авгусынан Башҡорт хәкүмәтенең яңы рәсми матбуғат органы“Башҡортостан хөкүмәтенең теле” гәзите сығарыла башлай. Гәзит сығарыу эше билдәле ғалим, энциклопедист, мөхәррир Ризаитдин Фәхретдиновтың улы Ғабдрахман Фәхретдиноваҡа йөкмәтелә. Ул тәжрибәле журналист, тәржемәсе була. Революцияға тиклем “Шура” журналында һәм “Ваҡыт” гәзитендә эшләй. Ғ.Фәхретдинов бер үк ваҡытта Башҡорт хөкүмәтенең мәғлүмәт бүлеге мөдире вазифаһын үтәй.
Гәзиттең ябылыу ваҡыты билдәһеҙ. Күрәһең, 1918 йылдың декабрь башында Башҡорт хөкүмәте Ырымбурҙан киткәс, гәзит сығарыу туҡталғандыр. Тәүге башҡорт гәзиттәре милли хәрәкәттең эшендә мөһим роль уйнаған факторҙарҙың береһе. Тап ошо осорҙа гәзиттәрҙең биттәрендә милли хәрәкәттең рупоры Шәйехзада Бабичтың ялҡынлы шиғырҙары, мәҡәләләре донъя күрә.
Азат Ярмуллин,
Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы ағзаһы, тарихсы.
Читайте нас: