Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Декабрь 2019, 12:50

Иҫке телефондарҙы нисек файҙаланырға була?

Иҫке техника ла оҙаҡ хеҙмәт итергә мөмкин.Popular Mechanics порталы эксперттары иҫке смартфондарҙы ҡулланыуҙың яңы ысулдарын атаны. Ләкин был ысулдар иҫке гаджетта интернет булһа ғына эшләйәсәк, тиҙәр улар.

Беренсенән, иҫке телефон өйҙәге ҡиммәтле һаҡлау системаһын алыштыра ала. Уға зарядка йыйҙырырға һәм өйөгөҙҙөң күҙәтеүҙә тоторға теләгән өлөшөнә ҡуйырға кәрәк. Бының өсөн махсус ҡушымта өҫтәргә кәрәк буласаҡ, мәҫәлән, AtHome Video Streamer. Яңы телефонығыҙға AtHome Video ҡушымтаһын урынлаштырығыҙ. Әгәр иҫке телефон ниндәйҙер шикле әйбер “күрә” икән, яңыһына хәбәр ебәрә.
Иҫке телефонды няня урынына ла ҡулланырға була. Бының өсөн Cloud Baby Monitor, Dormi йәки Baby Monitor 3G ҡушымталарын урынлаштырығыҙ. Балағыҙҙы үҙегеҙ генә күрә алыу өсөн һаҡлыҡ тураһында ла онотмағыҙ.
Кәрәкмәгән телефонды GPS-трекер итеп тә файҙаланырға мөмкин. Әгәр машинағыҙҙы ҡайҙа ҡалдырғанды онотаһығыҙ икән, иҫке телефонда “Найти мой телефон” функцияһын ҡушып, уны машина эсендә ҡалдырығыҙ.
Тағы бер ысул — телефонды видеорегистратор урынына ҡулланыу. Бының өсөн Autoboy Dash Cam кеүек махсус ҡушымта урынлаштырырға кәрәк.
Иҫке телефон ярҙамында өйҙә wi-fi сифатын да яҡшыртырға була. Сөнки wi-fi селтәре өйҙөң бөтә мөйөшөндә лә бер тигеҙ дәрәжәлә эшләмәй. Дөрөҫ, күләмле файлдарҙы уның аша ебәреп булмай, ләкин социаль селтәрҙәрҙе ҡарау өсөн бына тигән. Был йәһәттән Netshare ҡушымтаһын асырға һәм уны тейешенәә көйләргә ҡала.
Быларҙан тыш, кәрәкмәгән телефонды һата алаһығыҙ. Был бер аҙ булһа ла аҡса керетәсәк.
Рәғиҙә Ғиззәтуллина әҙерләне.
Читайте нас: