Улар эш хаҡы өсөн түгел, йөрәк ҡушыуы буйынса хеҙмәт итә. Ысынында ҡайһы берәүҙәр бушлай көс түгергә теләмәй, ә ирекмәндәр эскерһеҙ рәүештә урамдарҙы, йылға буйҙарын, урмандарҙы сүп-сарҙан таҙарта, социаль йүнәлештәге листовкаларҙы тарата, иғтибарға мохтаж яңғыҙаҡтарға ярҙам ҡулы һуҙа һәм башҡалар. “Үҫеш нөктәһе” үҙәгендә “Изге дәрестәр” акцияһы сиктәрендә 1-се Архангел мәктәбенең өлкән класс уҡыусылары “Киләсәк ирекмәндәре” исемле фильм ҡараны. Унда балаларҙың кешеләргә нисек ярҙам итеүҙәре тураһында һөйләнелә.
Акцияны ойоштороусылар бәләгә тарығындар яҙмышына битараф ҡалмаған, уларҙың көнитмешен еңеләйтеүгә үҙ өлөшөн индереүселәр артыр тип ышана. Бының өсөн бик аҙҙан — күрше әбейҙең ишеге алдындағы ҡарҙы таҙартыу, эйәһеҙ, берәҙәк йорт хайуандарын ашатыуҙан башларға кәрәк.