Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Декабрь 2019, 12:50

Мосолмандың төп фарызы

Барлыҡ диндәрҙең дә үҙ байрамы бар. Уларҙың һәр береһенә ҙур мәғәнә һалынған. Ғәҙәттә, бындай байрамдар ниндәй ҙә булһа берәй ваҡиғаға бәйле үткәрелә. Ошо көндәрҙә барлыҡ донъяның мөьмин мосолмандары Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең тыуған көнөн — Мәүлит байрамын билдәләне.

Ислам донъяһында Мәүлит байрамы Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең тыуған көнө булараҡ билдәләнә. Мосолман календары буйынса был өсөнсө айҙың 12-се көнөндә үткәрелә. Аллаһтың Рәсүле Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең тормошо бөтөн иманлыларҙан иманлылығы менән айырылып тора. Бындай юғары сифаттарға эйә булған кешене һәр ваҡыт иҫкә алып тороу — мосолмандың төп фарызы.
Изге сараны билдәләү маҡсатында Архангел мосолмандары мәҙәниәт йортона йыйылды. Район үҙәгенән алыҫтараҡ урынлашҡан ауылдарҙан да күпләп килделәр. Район хакимиәте башлығы Илшат Әминевтың ҡатнашыуы байрамға мәртәбәлек өҫтәне.
Тантананы “Зифа” мәсетенең имам-мөхтәсибе Фәнзил хажи Хисаметдинов асты.
  • Хөрмәтле, мосолман ҡәрҙәштәр! Аллаһы Тәғәләнең Хаҡ илсеһе, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт Мостафа ғәләйһис-сәләмде ихлас күңелдән һөйөү, Уға итәғәт итеү — һәммәбеҙҙең изге бурысылыр. Донъя үә Ахирәт бәхетебеҙгә сәбәпсе булған Рәсүлуллаһыбыҙҙы ни тиклем ҡәҙер итһәк, Аллаһы Тәғәләнең рәхмәтенә һәм фатихаһына шул саҡлы өлгәшәсәкбеҙ.
Пәйғәмбәребеҙҙең (с.ғ.с.) башҡарған эштәре, тормош юлы, йәшәү рәүеше, холҡо, сифаттары барлыҡ кешеләргә үрнәк булып тора. Барыбыҙ ҙа өлгө алһаҡ ине, Инша-алла. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәребеҙ үрнәк алыу түгел, уның тураһында уйлап та ҡарамай бит. Шөкөр, Аллаһы Тәғәлә насип иткәс, һуңғы йылдарҙа динебеҙ иреккә сыҡты. Күпләп мәсеттәр төҙөлә, дин юлында йөрөп, Алланың барлығын, берлеген белеп, иманлы булыусыларҙың һаны арта.
Бөйөк Раббыбыҙ ҡәҙерләгән Рәсүлуллаһыбыҙҙы хөрмәтләп, Аллаһы Тәғәләнең һөйөүенә, Пәйғәмбәребеҙҙең оло фатихаһына лайыҡ булайыҡ тигән маҡсатта бөгөн Мәүлит кисен уҙғарырға йыйылдыҡ, — тине ул.
Архангел мосолмандары сығышында ышаныслы яҡлаусыбыҙ, һаҡлаусыбыҙ берҙән–бер Аллаға һыйыныуға өндәүсе “Ән-нәс” сүрәһе яңғыраны һәм һүҙ район башлығына бирелде.
  • Районыбыҙҙа төрлө дин тотоусы халыҡ йәшәй. Уларҙың ғөрөф-ғәҙәттәре, дини байрамдары берҙәй билдәләнеп бара. Христиан һәм ислам йолалары үҙ-ара татыулыҡ, ихтирамлы мөнәсәбәттәр менән һуғарылған. Был байрам кешелектең юғары үрнәге Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең тыуыуына арнала. Ул барлыҡ мосолмандарҙы яҡшылыҡҡа, изге эштәргә, бер-береңә мәрхәмәтле булырға өндәй. Район мосолмандары өсөн әлеге ваҡытта мәсеттәр эшләй, яңылары асыла, ғөмүмән, иман ҡайта. Иман йорто тарихи ҡомартҡы ғына булып ҡалырға тейеш түгел, унда йөрөүселәр һаны ла артһын. Илдәр тыныс булһын, сәләмәт булайыҡ, — тип Илшат Нәжмитдин улы барыһына ла изге Мәүлит кисе айҡанлы иң йылы теләктәрен еткерҙе.
Артабан ауылдарҙан килгән фольклор төркөмдәр мөнәжәттәр башҡарҙы. Район мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең, “Гөлнәзирә” һәм “Мираҫ” (Убалар), “Дуҫлыҡ” (Абҙан), “Әхирәттәр” (Зәйет), “Йәнгүзәл” (Тирәкле), “Ынйылар” (Тәүәкәс), “Сөмбөл” (Көмәрле), “ Аҡ шишмә” (Максим Горький), “Етегән” (Ҡыҫынды), “Дарман” (Оҙондар), “Аль-захра” (Архангел) фольклор төркөмдәренең, Маргарита Ҡотлоғәләмованәң (Айытмәмбәт), “Ихлас” ансамленең музыка ҡоралдарында уйнауын, Физәлиә Ғәниеваның (Тирәкле) мөнәжәттәрен, Фәрүәз Камалетдинов һәм Закир Өмөтбаевтың моңло йырын халыҡ яратып ҡабул итте. Өфө ҡунағы, Башҡортостандың халыҡ артисы, яҡташыбыҙ Рәсүл Лоғамановты сығышы байрамды тулыландырып ебәрҙе.
— Мөхтәрәм ҡәрҙәштәр, Мәүлит байрамын үткәреү динебеҙ, халҡыбыҙға иман, нур ҡайтһын өсөн атҡарылған эш. Киләһе йылдарҙа ла уны билдәләргә яҙһын. Беҙҙең теләкте ҡабул итеп, һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған етәкселәргә рәхмәтлебеҙ, — тип һөйөнөсөн белдерҙе Фәнзил хажи һәм сараға инеү хаҡы итеп йыйылған аҡсаны янғындан ҡаза күреүсе Зариповтар ғаиләһенә биреләсәген әйтеп үтте.
Оло йыйын “Зифа” мәсетендә бергәләп һый-ниғмәттән ауыҙ итеү менән тамамланды. Мосолмандар районыбыҙҙың иң изге, иң нурлы урынында бергә йыйылып, донъя именлеге өсөн доғалар ҡылып, йөрәктәрен яҡтыртты. Тыуған төйәгебеҙҙе Ҡөрьән сүрәләре менән нурландырҙы. Илебеҙҙе, телебеҙҙе, еребеҙҙе, милләтебеҙҙе ҡеүәтләндерҙе. Иманыбыҙҙы яңыртты. Хоҙай Тәғәлә барыбыҙға ла файҙалы ғилем, хәйерле кәсептәр, бәхет-бәрәкәт, тәүфиҡ, иман байлығы насип итһен! Амин!
Рәғиҙә Ғиззәтуллина.

Читайте нас: