Инйәр
+16 °С
Облачно
Общие статьи
5 Декабря 2019, 07:10
Белем иленә рәхим итегеҙ, беренселәр!
1-се Архангел мәктәбендә уҙған беренсе кластар аҙналығы ҡатнашыусыларҙың байрам сәйәхәте һәм уларҙың теләктәренең тормошҡа ашыуы менән тамамланды.
Тылсымлы сәскә таждары ярҙамында балалар һорау-яуаптар иленән мультфильмдар геройҙары донъяһына күсте, физик-астрономдар оҫтаханаларында булды, бейене, йырланы, серле йомаҡтар систе. Уҡырға теләмәгәндәрҙе үҙе менән алып китергә саҡырылмаған ҡунаҡ — “Ике”ле билдәһе килде. Әммә ауырлыҡтарҙы һәм кәртәләрҙе йырып сығып, бәләкәстәр алдарына ҡуйылған бөтә бурыстарҙы үтәне.
Сара аҙағында беренсе кластар тантаналы рәүештә уҡыусылар сафына ҡабул ителде. Балалар иң аҡыллы, тәртипле, изге күңелле, кескәйҙәргә ярҙамсыл, ололарға ихтирамлы булырға вәғәҙә бирҙе. Байрамда ҡатнашыусы һәр уҡыусыға иҫтәлекле миҙалдар һәм тылсымлы “Белем алмаһы” тапшырылды. Беренселәрҙең сәйәхәте ҡыҙыҡлы, фәһемле һәм мауыҡтырғыс килеп сыҡһын өсөн сараны ойоштороусылар бар тырышлығын һалды. Беҙ уларҙың белемле, ҡыйыу, ҡыҙыҡһыныусан булып үҫеренә, ғөмүмән 1-се Архангел мәктәбенең ҡанаты аҫтындағы татыу ғайләнең тулы хоҡуҡлы ағзаһына әйләнәсәктәренә иманыбыҙ камил
Алевтина Бочкарева.
1-се Архангел мәктәбенең ғилми-тикшереү буйынса директор урынбаҫары.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"