Зәйет мәктәбендә йыл һайын әсәләр көнөнә ҡарата сара ойошторола. Әсәй — һәр кем өсөн иң ҡәҙерле, яҡын, ғәзиз зат ул. Кеше ғүмер буйы гүзәллек алдында баш эйгән. Әлеге тантана көндөң яҡтылығы — ҡояшта, күктең матурлығы — йондоҙҙарҙа, ер йөҙөнөң сихри көсө әсәләрҙә икәнен раҫланы. Сара бәйге рәүешендә үтте. Унда ҡатнашыусылар тапҡырлыҡта, йор һүҙле булыуҙа, зирәклектә һынау тотто. Тамашасылар һәм балалар ҙа үҙҙәренең күркәм сығыштары менән таң ҡалдырҙы. Әйткәндәй, З.Рамазанов сараны музыкаль яҡтан биҙәһә, Ә.Әрдәширова, Г.Сөләймәнова, Г.Монасипова, Л.Мәһәҙиева, С.Рамазанова моңло йырҙары менән әсир итте. “Әхирәттәр” фольклор төркөмө иһә бәйгенең йөҙөк ҡашы булды. Ниндәй генә сара үткәрелмәһен, улар беҙҙең көтөп алған ҡунаҡтарыбыҙ. Улар алтынсы йыл мәктәптә, район кимәлендә уҙған һәр сарала әүҙем ҡатнаша.
Был юлы төркөм етәксеһе Сәкинә Рамазанова үҙе теккән, алъяпҡыстар, таҡыяларҙы уҡыусы ҡыҙҙарға бүләк итеп ҡыуандырҙы. Байрам бер тында үтте лә китте. Ҡатнашҡан һәр балаға, һәр әсәгә һәм тамашасыға йылы теләктәр белдерелде, шулай уҡ Маҡтау ҡағыҙҙары тапщырылды.
Көн артынан көн тыуа. Ғүмерҙәр аҡҡан һыу кеүек. Беҙҙең балалар туған телебеҙҙе, еребеҙҙе, динебеҙҙе хөрмәт итеп, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе үҙҙәренең киләсәк быуынына мираҫ итеп ҡалдырыр тип ышанам.