Көслө рухлы, ныҡышмал, сабыр, үҙҙәренә ҡарата бер ни тиклем ҡырыҫ һәм рәхимһеҙ булыуына ҡарамаҫтан, тормошҡа ғашиҡ кешеләр, йәшәү ҡәҙерен белеүселәр көнө үтте. 1992 йылдан башлап 3 декабрҙә ер йөҙөндә Халыҡ-ара инвалидтар көнө билдәләнә.
Унда төрлө ойошма-предприятиелар коллективтары, райондың социаль һәм мәғариф, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау учреждениелары, шәхси эшҡыуарҙар ҡушылды. Опека һәм попечителлек бүлеге, “Импульс” балалар ижады һәм спорт үҙәге, “Йәйғор” үҫмерҙәр клубы, йәштәр эше, физик культура һәм спорт буйынса комитет, балалар сәнғәт мәктәбе, бәлиғ булмағандар эше буйынса комиссия, район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре бәләкәстәр өсөн оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте . Атап әйткәндә аквакрем (Ю.Шевченко, Г.Әхмәтшина, А.Ҡудашева), ептәр менән һүрәт төшөрөү (), мәрйендәрҙән алҡалар эшләү (Г.Тимербулатова), таҫмаларҙан сәс резинкалары яһау (В.Романова, Т.Пискунова), печеньеға шәрбәтле роспись (Ә.Абдурамонова), салфеткаларҙан йөрәктәр (Н.Евдокимова), тырнаҡтар буяу (П.Туленева, Ю.Хамидуллина), сәс үреү (Л.Хөсәйенова, Р.Пархута) буйынса оҫталыҡ дәрестәре тәҡдим итте. Бынан тыш, теләгәндәр фотоға төшөү (Л.Мағазова) мөмкинлеге алды. Ғаилә хеҙмәте психологы Ғ. Сөләймәнова тарафынан төрлө тормош хәленә ҡағылышлы консультация ярҙамы күрһәтелһә, бәғзеләр бушлай бөҙрәхана (Р.Ғүмәрова) хеҙмәттәре менән файҙаланды. Шулай уҡ өҫтәлдәргә теҙелгән һый-ниғмәт менән ҡайнар сәй ҙә (бағыусылар: район ҡулланыусылар йәмғиәте, “Хлебико” кафеһы, “ Хлебный дворик” икмәк бешереү цехы, “Урал Инвест” финанс кампанияһы, эшҡыуарҙар Л.Ишъярова, А.Олейников, С.Воробьева, Е.Губачева) урынлы булды.