Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
28 Ноябрь 2019, 12:25

Туҡланыу яҡшы ойошторолған

“Дәүләт һәм муниципаль ихтыяждарҙы тәьмин итеү өсөнтауарҙар, эштәр, хеҙмәтләндереүҙәр һатып алыу өлкәһендә контракт системаһы тураһында”ғы Федераль закон (№44-ФЗ, 05.04.2013 йыл) талаптарына ярашлы үткәрелгән электрон аукцион йомғаҡтары буйынса уҡыусыларҙың һәм тәрбиәләнеүселәрҙең туҡланыуын “Опт Торг” ЯСЙ-һы ойоштора.Ағымдағы йылдың 1 сентябренән алып балаларҙы ашатыу берҙәм меню менән башҡарыла: төшкө аш — 55 һум, иртәнгеһе 45 һум тәшкил итә.

“Дәүләт һәм муниципаль ихтыяждарҙы тәьмин итеү өсөнтауарҙар, эштәр, хеҙмәтләндереүҙәр һатып алыу өлкәһендә контракт системаһы тураһында”ғы Федераль закон (№44-ФЗ, 05.04.2013 йыл) талаптарына ярашлы үткәрелгән электрон аукцион йомғаҡтары буйынса уҡыусыларҙың һәм тәрбиәләнеүселәрҙең туҡланыуын “Опт Торг” ЯСЙ-һы ойоштора.
Ағымдағы йылдың 1 сентябренән алып балаларҙы ашатыу берҙәм меню менән башҡарыла: төшкө аш — 55 һум, иртәнгеһе 45 һум тәшкил итә. Туҡланыуға киткән сығымдар түбәндәге юлдар аша финанслана:
  • персоналды тотоуға һәм башҡа сығымдар өлөшө район ҡаҙнаһы иҫәбенән;
  • сәләмәтлектәре яғынан мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусыларҙың туҡланыуын ойоштороу буйынса сығымдарҙы софинанслау;
  • күп балалы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге уҡыусыларҙы бушлай ашатыуға социаль ярҙам һәм сәләмәтлектәре яғынан мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусыларҙың туҡланыуын ойоштороуҙы софинанслауға субвенциялар иҫәбенән;
  • ата-әсәләр (законлы вәкилдәр) тарафынан түләүҙәр.
  • Сәләмәтлеге сикләнгән 277 балаға 100 һумлыҡ ике тапҡыр ҡайнар туҡланыу (иртәнге һәм төшкө аш), күп балалы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге 478 уҡыусы өсөн 45 һумлыҡ иртәнге аш ойошторолдо. 10 уҡыусы үҙ теләге менән 45 һумға иртәнге һәм 55 һумға төшкө аш менән тәьмин ителһә, 1186 бала ата-әсәһе иҫәбенә туҡлана. Шулай итеп бөтәһе 1951 уҡыусы мәктәптә туҡланыу мөмкинлеге алған, был дөйөм һандың 90,5 проценты тигән һүҙ. Был, әлбиттә, яҡшы күрһәткес, әммә хәл итергә кәрәкле мәсьәләләр ҙә бар. Мәҫәлән, аҙыҡ-түлек блоктары биналарын һәм ҡоролмаларын СанПин талаптарына яраҡлаштырыу, ашау һәм ризыҡ әҙерләүгә тәғәйен һауыт-һабаны өлөшләтә яңыртыу, ҡайһы бер белем усаҡтарында кадрҙарҙың етмәүе, һәм башҡалар. Бөгөнгө көндә был һорауҙар өҫтөндә эш алып барыла.
    Андрей Матвеев,
    район мәғариф бүлеге начальнигы.
    Читайте нас: