Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
28 Ноябрь 2019, 14:40

Хәүефле эттәр исемлегенә индерелгәндәр

“Йорт хайуандарына яуаплы ҡараш һәм РФ закон акттарының ҡайһы берҙәренә үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы Федераль закондың (№498-ФЗ, 2018 йылдың 27 декабре) 3-сө статьяһының 10 бүлегендә билдәләнеүенсә айырыуса хәүефле эттәр — билдәле бер тоҡомдағылар, уларҙың гибридтары, кеше ғүмеренә һәм һаулығына ҡурҡыныс янаусы һәм Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте тарафынан раҫланған айырыуса хәүефлеләр исемлегенә индерелгән эттәр.

“Йорт хайуандарына яуаплы ҡараш һәм РФ закон акттарының ҡайһы берҙәренә үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы Федераль закондың (№498-ФЗ, 2018 йылдың 27 декабре) 3-сө статьяһының 10 бүлегендә билдәләнеүенсә айырыуса хәүефле эттәр — билдәле бер тоҡомдағылар, уларҙың гибридтары, кеше ғүмеренә һәм һаулығына ҡурҡыныс янаусы һәм Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте тарафынан раҫланған айырыуса хәүефлеләр исемлегенә индерелгән эттәр. РФ Хөкүмәте Ҡарары менән нығытылған был исемлек ағымдағы йылдың 7 авгусында ғәмәлгә инде. Унда түбәндәге тоҡомдағы эттәр бар:аҡбаш, америка бандогы, амбульдог, бразилия бульдогы, булли кутта, таҙа тоҡомло алапахбулдогы (отто),бэндог, бүре-эт (волкособ) гибридтары, гуль дог, питбульмастиф, төньяҡ Кавказ эте һәм уларҙың тоҡомдарының ҡатнашмалары.
Хәүефле хайуандарҙы морондарына кейҙермәйенсә, бәйһеҙ урамға алып сығыу тыйыла. Ә инде территория законлы рәүештә хужаның шәхси милке һаналғанда һәм ул бейек ҡойма менән уратып алынғанда, этте унда йөрөтөргә мөмкин. Шулай ҙа был территорияға ингән ерҙә хәүефле эт барын белдергән яҙыу булыуы мотлаҡ.
Римма Абзалтдинова,
прокурор ярҙамсыһы.
Читайте нас: