Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Ноябрь 2019, 14:00

Ҡыуаныслы хат. Элиза Сафинаның ата-әсәһенә Рәхмәт хаты килде

Ҡайҙа ғына уҡыһалар ҙа, хеҙмәт итһәләр ҙә, районыбыҙ егеттәре лә ҡыҙҙары ла һынатмай. Уларҙың үҙ бурыстарын намыҫ менән үтәүҙәрен ата-әсәләренә килгән Рәхмәт хаттары дәлилләй. Ошо көндәрҙә Элиза Сафинаның да яҡындарына шундай ҡыуаныслы хат килеп төштө.

Ҡайҙа ғына уҡыһалар ҙа, хеҙмәт итһәләр ҙә, районыбыҙ егеттәре лә ҡыҙҙары ла һынатмай. Уларҙың үҙ бурыстарын намыҫ менән үтәүҙәрен ата-әсәләренә килгән Рәхмәт хаттары дәлилләй. Ошо көндәрҙә Элиза Сафинаның да яҡындарына шундай ҡыуаныслы хат килеп төштө. Унда түбәндәге юлдар яҙылған:
"Хөрмәтле Юлиә Ғәләүетдин ҡыҙы һәм Дамир Зиннур улы!
Һеҙҙең ҡыҙығыҙ уҡыуының һәм хеҙмәтенең тәүге көндәренән үк үҙен бары тик ыңғай яҡтан ғына башҡаларға үрнәк итеп күрһәтә. Уны шулай тырыш, тәртипле, намыҫлы итеп тәрбиәләгәнегеҙ өсен ҙур рәхмәтемде белдерәм.
Һеҙ ҡыҙығыҙ менән хаҡлы рәүештә ғорурлана алағыҙ. киләсәктә лә ил алдындағы бурысына тоғро ҡалыр, дәүләт һәм уның граждандары хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә бар белемен һәм көсөн һалыр тип ышанам", — тиелгән институт начальнигы, полиция подполковнигы А.С.Ханәхмәтов ҡул ҡуйған хатта.
  • Элиза, 2-се Архангел мәктәбен алтын миҙалға тамамланы һәм документтарын күптән хыял иткән һөнәрен үҙләштереү маҡсатында Өфө юридик институтына тапшырҙы. Студент тормошынан зарланғаны юҡ, яратып, бар күңелен биреп белем ала. Мәктәптәге кеүек һәр сарала әүҙем ҡатнаша. Ҡыҙыбыҙ бәләкәстән ҡул араһына кереп, эшләп, дуҫтарына ҡарата ярҙамсыл булып үҫте.. Бар ата-әсәгә лә ғәзиз балаһы өсөн рәхмәт һүҙҙәре менән һуғарылған хат- хәбәрҙәр алыуы ҙур шатлыҡ, — ти уның хаҡта әсәһе Юлиә Ғәләүетдин ҡыҙы.
  • Кескәй саҡтан үҙенә йөкмәтелгән бурысты аҙағынаса еткерергә, төптән уйлап эш итергә өйрәнгән ҡыҙ киләсәктә хоҡуҡ һаҡлау өлкәһендә эшләргә хыяллана. Уй-теләктәре бойомға ашыуын теләйбеҙ!
    Рәғиҙә Ғиззәтуллина.
    Читайте нас: