Инйәр
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Ноябрь 2019, 12:45

Уҡыуҙар дауам итә

Башҡортостан Республикаһында уҡыусы йәштәр араһында пенсия һәм социаль грамоталылыҡты күтәреү буйынса белем биреү программаһы тормошҡа ашырыу маҡсатында Пенсия фонды идаралығы белгестәре БДУ стеденттарына асыҡ лекциялар үткәрҙе. Бындай осрашыуҙар хеҙмәт эшмәкәрлеге тамамланғандан һуң үҙеңдең финанс яғынан, тәү сиратта, хеҙмәт юлының башынан һалына башлаған пенсия өлкәһендә тәьминәтле булыуға йәштәрҙең иғтибарын йәлеп итеүгә йүнәлтелгән.

Рәсәй Федерацияһының Башҡортостан Республикаһы буйынса Пенсия фонды етәксеһе Ф.Ғ. Хантимеров белдереүенсә, сараның маҡсаты — уҡып йөрөгән йәштәргә хәҙерге замандағы пенсия системаһының үҙенсәлектәрен аңлытыу, киләсәк пенсияны формалаштырыу ҡағиҙәләре тураһында белем биреү аша уларҙың пенсия һәм социаль грамоталылыҡтарын күтәреү.
Факультатив дәрестәр “Уҡыусыларға пенсиялар тураһында” тигән интерактив өйрәтеүсе сайт (www.school.pfrf.ru ), шулай уҡ “Барыһы ла киләсәк пенсия тураһында: уҡыу һәм йәшәү өсөн” әсбабы ярҙамында уҙҙы. Пенсия йәшенә йыраҡ булыуға ҡарамаҫтан, уҡыусылар һәм студенттарҙа лекция ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
Пенсия грамоталылығын күтәреү буйынса программа 2011 йылдан тормошҡа ашырыла. Рәсәй Пенсиф фонды сайты һәм уҡыу әсбаптары даими рәүештә яңыртылып тора. Быйыл иһә республикабыҙға 28 меңдән ашыу дәреслек килде. Уларҙың өкмәткеһендә мөһим һорайҙарға яуаптар: пенсия хоҡуҡтары, уларҙың нисек формалашыуы һәм нимәгә бәйле булыуы, СНИЛС, киләсәк пенсия тураһында йәштән хәстәрләү кәрәклеге, пенсия хоҡуҡтары формалашыуы тәртибе, Пенсия фонды эшен ойоштороу, унда ниндәй функциялар башҡарыла, социаль түләүҙәргә һәм пособиеларға хоҡуҡлылар, “Граждандың шәхси кабинеты” электрон сервисы тураһында һәм башҡа мәғлүмәт индерелгән. Дәреслектең аҙағында үҙеңдең белемеңде баһалау мөмкинлеген биргән тест та бар.
Шулай уҡ уҡыусылар һәм студенттарҙы Рәсәй Пенсия фонды системаһы, уның функцияһы, клиенттар хеҙмәте, электрон хеҙмәтләндереү ысулдары менән таныштырыу йәһәтенән асыҡ ишектәр көнө лә ойошторола. Кампания ағымдағы йыл аҙағына тиклем дауам итә.
Александр Комзалов,
Район Пенсия фонды идаралығы начальнигы.
Читайте нас: