Инйәр
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Ноябрь 2019, 14:00

Ваҡытында түләнгән һалым — тыныслыҡ нигеҙе

Башҡортостан Республикаһында “Ваҡытында түләнгән һалым — тыныслыҡ нигеҙе” мәғлүмәт кампанияһы старт алды.Сараны суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы уҙғара. Маҡсаты — һалым буйынса түләнмәгән бурыс мәсьәләһенә халыҡтың иғтибарын йүнәлтеү, бурыстарҙы түләү һәм суд прис-тавтары мәжбүри түләтеү саралары ҡулланғанға тиклем бурыстың булыу-булмауын тикшереп тороу теләге уятыу.

Башҡортостан Республикаһында “Ваҡытында түләнгән һалым — тыныслыҡ нигеҙе” мәғлүмәт кампанияһы старт алды.
Сараны суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы уҙғара. Маҡсаты — һалым буйынса түләнмәгән бурыс мәсьәләһенә халыҡтың иғтибарын йүнәлтеү, бурыстарҙы түләү һәм суд прис-тавтары мәжбүри түләтеү саралары ҡулланғанға тиклем бурыстың булыу-булмауын тикшереп тороу теләге уятыу.
Һалым буйынса бурыстарҙы түләтеү тураһында суд ҡарарын башҡарыу маҡсатында суд приставы түбәндә һаналып үткән мәжбүри түләтеү сараларын ҡуллана ала:
- күсмә һәм күсемһеҙ милеккә арест һалыу һәм уны артабан һатыу;
- милекте теркәү ғәмәлдәрен тыйыу;
- кредит ойошмаларындағы иҫәптәргә арест һалыу һәм унан аҡсаны түләтеү;
- Рәсәйҙән ситкә сығыуҙы тыйыу;
- административ яуаплылыҡҡа тарттырыу;
- бурыс суммаһынан 7% күләмендә, әммә 1000 һумдан да кәм булмаған башҡарыу йыйымын түләтеү.
Архангел районының суд приставтары хеҙмәтендә бюджетҡа һалымын түләмәгән 44 йәшлек шәхси эшҡыуарға ҡарата башҡарыу производствоһы ҡуҙғатылған. Унан һуң ошо хаҡта документтың күсермәһе һалым түләмәүсегә тапшырылған.
Башҡарыу производствоһы сиктәрендә суд приставы бурыслының милкендә транспорты булыуын асыҡлай. Вазифалы кеше был объекттарға ҡарата теркәү ғәмәлдәре башҡарыуҙы тыйыу тураһында ҡарар сығарҙы. Бынан тыш, бурыслының транспорт сараларына ҡарата опись яһалды һәм арест һалынды. Күрелгән саралар һөҙөмтәһендә әлеге мәлдә эшҡыуар һалым буйынса бурысын түләүҙе хәстәрләй.
29 ноябргә тиклем дауам итәсәк кампания барышында суд приставтары һалым инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә бурыслы граждандарҙың йәшәгән адрестары буйынса рейдтарға сығасаҡ, бурыслы ойошмаларҙы асыҡлаясаҡ. Һалымдарҙы түләмәүсенең эҙләүгә ҡуйылған транспорт саралары асыҡланасаҡ. Шулай уҡ республиканың барлыҡ райондарында күпләп халыҡ йыйылған урындарҙа — күп функциялы үҙәктәрҙә һәм һалым хеҙмәттәрендә суд приставтары граждандарҙы ҡабул итәсәк. Халыҡ үҙҙәренә ҡарата ҡуҙғатылған башҡарыу производстволары булыу-булмауы тураһында мәғлүмәт, өҫтәмә консультация алыу мөмкинлегенә эйә.
Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы үҙ бурысығыҙҙың булыу-булмауын ведомствоның http://r02.fssprus.ru/ рәсми сайтында контролдә тотоу һәм түләү уңайлы булыуы тураһында иҫкәртә. Бушлай сервис ҡуҙғатылған башҡарыу производствоһы булыуы тураһында белергә, онлайн режимда йәки артабан банк йәки почта аша түләү өсөн квитанция сығарып алырға мөмкинлек бирә.
Нурзилә Шәрипҡолова,
бүлек начальнигы, өлкән суд приставы урынбаҫары.
Читайте нас: