Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Ноябрь 2019, 14:10

Беҙҙә лә һылыуҡайҙар бар

Матурлыҡ конкурстары тормошобоҙҙа ғәҙәти хәлгә әйләнде, әммә уларҙа беҙҙең хеҙмәткәрҙәрҙең ҡатнашҡаны юҡ ине. Бәйгелә ҡатнашыусыларҙың төп бурысы — үҙҙәре эшләгән бүлекте лайыҡлы һәм ҡыҙыҡлы итеп сағылдырыу. Байрамса биҙәлгән сәхнәгә сибәрлеге, зирәклеге, күп яҡлы һәләте менән тамашасыларҙы һәм баһалама ағзаларын таң ҡалдырырға өс һылыу сыҡты.

Матурлыҡ конкурстары тормошобоҙҙа ғәҙәти хәлгә әйләнде, әммә уларҙа беҙҙең хеҙмәткәрҙәрҙең ҡатнашҡаны юҡ ине. Бәйгелә ҡатнашыусыларҙың төп бурысы — үҙҙәре эшләгән бүлекте лайыҡлы һәм ҡыҙыҡлы итеп сағылдырыу. Байрамса биҙәлгән сәхнәгә сибәрлеге, зирәклеге, күп яҡлы һәләте менән тамашасыларҙы һәм баһалама ағзаларын таң ҡалдырырға өс һылыу сыҡты. Учреждениела бындай конкурс тәүгә ойошторолдо. Шуға күрә лә хеҙмәткәрҙәр өсөн беренсе сығыштар айырыуса тулҡынландырғыс ине.
Тәүге һынау — сәләмләүҙе һәр береһе сағыу, мауыҡтырғыс итеп әҙерләгән. Үҙҙәре хаҡында ҡыҙыҡлы һүрәтләүҙәр аша күңелдәрҙе арбаны улар. Ә ижади һынауҙа ҡыҙҙар бейеү, шиғыр һөйләү һәм йырлау һәләтен асып һалды. Артабан бәйгеселәр киске күлдәктәрҙә кейенеп сәхнәгә сыҡты. Тырыш һәм изге йәнле генә түгел, һылыуҙарҙан һылыу ҙа икән хеҙмәткәрҙәребеҙ!
Баһалау ағзалары үҙҙәренең ҡарарын сығарырға тип кәңәшмәгә йыйылған арала сәхнә интернат йортобоҙҙа йәшәүсе таланттар сығышы менән тулыланды. Бәйгеселәр түбәндәге номинацияларҙа билдәләнде: “Һоҡландырғыс һылыу” — Елизавета Галинаға, “Тылсымлы тауышлы һылыу” — Анжела Бәҙретдиноваға, “Тамашасы һөйөүе” Флорида Басироваға бирелде. Конкурста ҡатнашыусылар учреждениеның Рәхмәт хаттары һәм бағыусыларҙан иҫтәлекле бүләктәр менән бүләкләнде.
Әлфиә Ғибәҙуллина,
мәҙәни саралар ойоштороусы.
Читайте нас: