Бер үк мәлдә Рәсәй Федерацияһының административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексының (№216-ФЗ, 26.07.2019) 11.23-сө статьяһының яңы редакцияһы ғәмәлгә инде. Унда билдәләнеүенсә, закон тарафынан транспортҡа тахограф урынлаштырыу ҡушылған, ә водитель тахографһыҙ транспорт менән идара иткән осраҡта уға ҡарата һалынған штраф күләме арттырыла; закон буйынса талап ителгән булһа ла, тахографһыҙ транспорт сараһын юлға сығарған, шулай уҡ транспорт саралары менән идара итеү һәм ял ваҡыты нормаларын күҙәтмәгән вазифа биләүселәргә, шәхси эшҡыуарҙарға һәм юридик шәхестәргә административ яуаплылыҡ ҡарала.
Әйтергә кәрәк, РФ Транспорт министрлығы тарафынан әлеге мәлдә физик шәхестәр өсөн улар хужалығындағы транспорт сараларына тахограф урынлаштырыу, транспорт саралары менән идара итеү һәм ял ваҡыты нормаларын билдәләүсе акттар проекты эшләнә.