Инйәр
+17 °С
Дождь
Общие статьи
8 Августа 2019, 13:39
Ҡөрьән — бөйөк ҡомартҡы (Гөлирә Фәйрүзова. Тәүәкәс ауылы.)
Иҫәнлек – һаулыҡ бир, тиеп
Хоҙайға ялбарабыҙ,
Яҙмыштарға буйһонабыҙ,
Йәшәүгә көс табабыҙ.
Шул көстө бирә бит Ҡөрьән,
Ул — тормош күрһәтмәһе,
Аңлата Алла берлеген,
Алланан, ти, һәммәһе.
Ауырлыҡтан ҡурҡмағыҙ, ти,
Аҙаҡ килер еңеллек.
Кисерә бел, түҙемле бул,
Ғүмер түгел мәңгелек.
Ҡөрьән Кәрим төшөрөлгән
Аллаһы Тәғәләнән.
Яҡты нуры балҡып тора
Мосолман күңеленән.
Боронғолар табынғандар
Изге Ҡөрьән Кәримгә,
Сабырлыҡҡа өйрәнгәндәр,
Ҡыуанғандар һәр көнгә.
Һәр хәрефе — биҙәк, тиеп,
Һәр һүҙе — әҙәп, тиеп,
Беҙ ҙә бөгөн һоҡланабыҙ,
Ҡөрьән гел кәрәк, тиеп.
Иманлы кеше бәхетле,
Мәсет юлы гел яҡты.
Ҡәҙерләйек, онотмайыҡ:
Ҡөрьән — изге ҡомартҡы.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"