Инйәр
-22 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
8 Август 2019, 17:33

Һайлау бюллетене тураһында нимәләрҙе белергә кәрәк

Фото из открытых источников
Фото из открытых источников
Быйыл 8 сентябрҙә Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлауға — 3 054 003 бюллетень, шул иҫәптән КОИБ-тар (һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстары) ҡулланып тауыш биреүгә 354 850 бюллетень әҙерләнә. Территориаль һайлау комиссиялары ғаризалары буйынса бюллетендәрҙең бер өлөшө рус/башҡорт һәм рус/татар телдәрендә баҫыла — 398 300 һәм 205 503 дана.

Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарарына ярашлы, республика Башлығын һайлауҙа тауыш биреү өсөн бюллетендәр 30 августан да һуңғы ҡалмайынса әҙер булырға тейеш. 6 сентябргә тиклем бюллетендәр ҡануниәттә билдәләнгән тәртиптә участка һайлау комиссияларына тапшырыла.

Һайлау участкаһында бюллетендәр һаны ошо һайлау участкаһында теркәлгән һайлаусылар һанынан 0,5 проценттан артыҡ булмаҫҡа һәм бюллетендәр тапшырылған көнгә тейешле һайлау участкаһында һайлаусылар исемлегенә индерелгән һайлаусылар һанынан 70 проценттан аҙыраҡ тәшкил итергә тейеш. Әгәр участкала торған урыны буйынса һайлаусыларҙың күберәк булыуы көтөлһә, махсус комиссияның ҡарары буйынса бюллетендәр һаны арттырылыуы мөмкин.

Барлыҡ бюллетендәрҙең уң яғында участка һайлау комиссияһының мисәте менән нығытылған участка комиссияһының ике ағзаһының ҡултамғалары ҡуйыла.

Һәр һайлаусы бер тауыш биреүҙә ҡатнашыу өсөн бер бюллетень ала. Әгәр һайлау көнөндә бер участкала бер нисә һайлау үтә икән, һәр береһе өсөн һайлаусыға айырым бюллетень тапшырыла. 8 сентябрҙә берҙәм тауыш биреү көнөндә республиканың ҡайһы бер төбәктәрендә бер нисә тауыш биреү ойошторола. Әйтәйек, Нефтекама ҡалаһында йәшәүселәрҙең ҡайһы берҙәренә участкала бер юлы өс бюллетень тапшырыла: Республика Башлығы вазифаһына кандидаттарға, 16-сы Комсомол һайлау округы буйынса Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутатын өҫтәмә һайлауҙа кандидаттарға һәм 9-сы бер мандатлы һайлау округы буйынса Нефтекама ҡалаһы ҡала округы Советы депутатын өҫтәмә һайлауҙа кандидаттарға тауыш биреү өсөн.

Марина Долматова,

Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы секретары.
Читайте нас в