

Ул Тәүәкәс ауылында тыуып-үҫкән. Кескәй саҡтан уға тормоштоң киҫкен боролоштарын татырға тура килә. Ата-инәһе айырылышҡас, донъя ҡырҡа үҙгәрә. Ике бәләкәй бала менән ҡалған әсә баҙап ҡала. Шуға күрә Гөлсәсәк Айнур ҡустыһы менән Салауат ҡалаһындағы мәктәп-интернатта белем ала. Тыуған йортҡа юлды һыуытмайҙар, йыш ҡайтып йөрөйҙәр. Ә 10-11-се класты ауылдарында уҡып бөтәләр. Гөлсәсәк Рафаил ҡыҙы интернат-мәктәптәге уҡытыусыларына, тәрбиәселәренә сикһеҙ рәхмәтле, аң-белем биргән, яҡын кешеләргә әүерелгән изге күңелле хеҙмәткәрҙәр менән аралашып, хәл белешеп тора. Һабаҡташтары менән күрешеп, хәтирәләргә бирелеп ултырыуы – үҙе бер ғүмер. Ҡыҙғанысҡа күрә, Айнур ғына араларында юҡ. Ул махсус хәрби операцияла ҡатнашып, ил азатлығы, именлек өсөн ғүмерен биргән.
Бөгөн Гөлсәсәк ханым тормош иптәше Тимерхан менән Айытмәмбәт ауылында донъя көтә. Күпләп һыйыр малы аҫрайҙар, һөт ризыҡтары, ит менән һатыу итәләр, умартасылыҡ менән шөғөлләнәләр. Әйтеүе генә – анһат, ә бит хужалыҡ эше күп кенә көс, ваҡыт, сабырлыҡ талап итә. Мал-тыуар тотҡандарҙың ялы ла, байрам көнө лә юҡ. Һәр береһенә иғтибар, тейешенсә тәрбиә кәрәк. Бал ҡортон үрсетеү ҙә бик нескә шөғөл. Уның серҙәре, үҙенсәлектәре бихисап. Йәй айҙары бесән, утын әҙерләүгә бағышлана. Йүнсел ғаилә башлығы йорт-ҡураны төрлө техника, уға тағылма инвентарь менән тулыландырған. Үҙе янғын поезында насос ҡоролмалары машинисы булып эшләй.
Дуҫ, татыу, тырыш ғаиләлә дүрт бала үҫә. Өлкәндәре барыһы ла бер уҡыу учреждениеһын һайлап, Өфө хеҙмәт технологиялары колледжында төрлө йүнәлеш буйынса һөнәр үҙләштерәләр. Тәүге ҡыҙҙары Наҙгөл – ашнаҡсы-кондитер, быйыл үҙ ғаилә усағын ҡабыҙған. Эльмира ҡыҙҙары ҡулланыусы тауары сифаты буйынса эксперт. Быйыл ҡулына диплом алып, хеҙмәт юлын башлаған.
– Ҡыҙҙарым ныҡ үткер, тырыштар, үҙҙәре аҡса таба, үҙ юлы менән бара. Уҡыған саҡта уҡ икеһе лә “Бургеркингта”, “БигШефта” официант, бариста, кассир булып эшләнеләр. Мин балаларым менән ғорурланам, улар — тормошомдоң йәме, мәғәнәһе. Улдарым да аҡыллылар, тәртиплеләр. Барыһы ла хужалыҡта ярҙамлаша, бәләкәстән бөтә эш рәтен белеп үҫтеләр, – ти әсә кеше.
17 йәшлек Тимур — өсөнсө курс студенты. Ул производство ҡорамалдарын ҡулланыу буйынса электромеханик һөнәрен үҙләштерә. Өйҙә төрлө техниканы, машиналарҙы йүнәтә. Яңыраҡ, инәһе йырҙар тыңлаһын тип, ватыҡ ултырған элекке музыка колонкаһын ремонтлап биргән. Ҡулдары бигерәк оҫта уның. Нимәгә тотонһа, шуны “һә” тигәнсә башҡарып ҡуя. Кесе улдары Урал Оҙондар мәктәбендә 4-се класта белем ала. Ул конструктор йыйыу менән мауыға, пластилин, балсыҡтан төрлө һындар әүәләй. Тормошто нисек бар, шулай ҡабул иткән, һәр көндән йәм табып, шөкөр ҡылып йәшәгән Гөлсәсәк ханым балаларына иң күркәм сифаттарын биргән: сабырлыҡ, тырышлыҡ, эшһөйәрлек, кешелеклелек, эскерһеҙлек, тәүфиҡ. Ғаиләлә ҡул ҡаушырып, моңайып ултырыусылар юҡ, һәр ҡайһыһы үҙ шөғөлө менән мәшғүл, дәртле һәм позитив ҡарашлылар.
Егәрле хужабикә икмәк бешерә, ҡоймаҡ, бауырһаҡтары, бәлештәре телеңде йоторлоҡ. Ул аш-һыуға бигерәк оҫта. Йыл һайын емертеп баҡса үҫтерә, йәшелсә, емеш-еләктән ҡышлыҡҡа әҙерләмә яһай. Йорт эсендә лә, ихатала ла тәртип һәм матурлыҡ хөкөм һөрә. Ҡулдары тейгән һәр мөйөш йәнләнеп, йылылыҡ һәм уңайлыҡ бөркөп тора. Ошондай хәстәрлекле, намыҫлы ҡатын-ҡыҙҙар арҡаһында ауылдарыбыҙ йәшәй, йәшәрә, матурлана.
Бәләкәй сағымда ауыл урамдарының һәр өйөн күҙәтергә ярата инем: тәҙрәләрҙә ап-аҡ селтәрҙәр, уның төбөндә төрлө гөл-сәскәләр хужабикәнең бөхтәлеген сағылдыра, урамда яңы бешкән икмәк, таба еҫтәре күңел ҡылдарын иркәләй торғайны. Ҡыш мәлдәрендә мөрйәнән еп һамаҡ һуҙылып сыҡҡан төтөн дә үҙ йәмен биргән кеүек ине. Бына шул йылылыҡ, шул матурлыҡ – ауыл ҡатын-ҡыҙҙарының ҡулдарынан, йөрәктәренән килә. Уларға һәр ваҡыт ихтирам, һөйөү һәм рәхмәт һүҙҙәре яуһын!
Әлиә Әмирова.