

Фекер алышыуҙа Башҡортостан Республикаһы Ветеринария буйынса дәүләт комитетының Өфө территориаль бүлеге начальнигы Илдус Ғәлиәхмәтов һәм Архангел ветеринария станцияһы начальнигы Венер Хажиәхмәтов ҡатнашты.
Кәңәшмәләр барышында түбәндәге мәсьәләләр ҡаралды:
— районда йорт хайуандарын аҫрау ҡағиҙәләре;
— ҡотороу һәм башҡа хәүефле ауырыуҙарға ҡаршы вакцинация үткәреүҙең мөһимлеге һәм тәртибе;
— хайуандарҙы күҙәтеүһеҙ ҡалдырмау профилактикаһы һәм хужаларҙың яуаплылығы.
Ветеринария белгестәре билдәләүенсә, ҡотороуға ҡаршы вакцинациялау — мотлаҡ сара. Был сир — бөтәһе өсөн дә ҡурҡыныс инфекцион ауырыу.
Ауыл биләмәләре халҡына түбәндәге талаптарға иғтибар итергә кәрәк:
— хайуандарҙы ихатанан ситтә ирекле йөрөтөүгә юл ҡуймаҫҡа;
— эргә-тирәләге кешеләрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итергә;
— хайуандарҙың именлеген һәм уларға ваҡытында ветеринария тикшереүе үткәрелеүен күҙәтергә.
Бындай осрашыуҙар мөһим мәғлүмәтте туранан-тура халыҡҡа еткереү, кире бәйләнеш алыу һәм уңайлы мөхит булдырыу өсөн бергәләп эшләү мөмкинлеген бирә.
Әлиә Әмирова.