

Быйыл 87 йәшен тултырған апайҙың ғүмере — бер быуат тарихы, сабырлыҡ һәм игелек өлгөһө.
Ул Оҙондар ауылында тыуып-үҫкән. Ете класс уҡығандан һуң, башкөллө эшкә сума. Быуыны ла ҡатмаған ҡыҙ ауыр эшкә егелә: һалабаш һалыу, ҡап һуғыу, арҡан ишеү, бумала ҡағыу – барыһы ла баштан үтә. Ҡайҙа йөрөһә лә, һыр бирмәгән, һынатмаған.
Уның әсәһе Фәрхениса бик йәшләй, ни бары 23 йәшендә генә тол ҡала – һуғыш башланғансы, 1940 йылда, ғаилә башлығы Хәмитулла вафат була. Ул саҡта Гөләйҙәгә бер йәш тә тулмаған. Йәш әсә ҡулында береһенән-береһе бәләкәй дүрт бала ҡала. Был аяныс хәлде күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын. Ул дәүер кешеләренең ихтыяр көсөнә, сабырлығына, ҡыйыулығына иҫ-аҡыл китерлек. Фәрхениса ҡара ҡайғыларын эш менән баҫып, тормошоноң йәмен балаларында күреп, артабан ғүмер кисерә.
– Инәйем шул тиклем әрһеҙ ине, яңғыҙмын тип торманы, ирҙәрҙән арттырып донъя көттө. Беҙ дүрт ҡыҙ үҫтек, беребеҙгә лә һүҙ тигеҙмәне, киреһенсә, ҡанатландырып, ҡеүәтләп торҙо. Бик шәп һыйыр аҫрағаныбыҙ иҫтә. Иртәле-кисле һауған һөттән ҡаҙаҡ ярым (бөгөнгө үлсәм менән 2 килограмм) ҡаймаҡ сыға ине. Инәйем беҙҙе бөтөн, туҡ йәшәтер өсөн барса көсөн һалды. Гөләйҙә апай әсәһенең терәк-таянысы булып үҫә. Башҡа ҡыҙҙары кейәүгә сығып бөтһә лә, әсәһенең унан айырылғыһы килмәй. Үҙенсә йылы яҡҡа бергәләп күсеп китербеҙ, тип өмөт бағлап йөрөгән. Сибәр йөҙлө, тәртипле, уңған ҡыҙға күҙ атып йөрөүселәр һоратып та килгеләгән. Әсәнең һүҙен йығырға, унан уҙырға ярамай. Шулай ҙа бер мәлде Гөләйҙә ҡыйыу аҙым яһай.
– Инәйемә әйтәм, хәҙер йәшем ырай бит инде, егерме икем тулды, егерме өскә сыҡтым, кейәүгә барам, тим. Бер һүҙ өндәшмәй илап ҡуйҙы бахырғынам, мәрхүмкәйем. Бер апай үҙенең өс туған энеһенә димләй ҙә, димләй. Риза булдым да ҡуйҙым. Яратҡан кешем менән ҡауышмаһам да, һис үкенмәйем. Бик яҡшы, егәрле ине тормош иптәшем, – тип уртаҡлашты әңгәмәсем.
Ысынлап та Фазлетдины менән улар матур донъя көтә. Гөләйҙә апайҙы килен булып төшкән Аҙау ауылында бөтәһе лә ярата, ҡурсый, маҡтап йөрөтә. Өҫтәүенә Ғәзимә тигән оло апаһы ла шунда кейәүгә сығып төпләнгән. Бергә ҡатышып, ҡунаҡҡа, өмәгә йөрөшөп көн итәләр.
Төрлө һөнәр оҫтаһы Фазлетдин ғаиләһе өсөн ныҡ тырыша, бер ниндәй мохтажлыҡҡа юл ҡуймай. Улар өс ҡыҙ, бер малайға ғүмер бирәләр. Фәнисә, Гүзәл, Флера, Рамазан татыу, өлгөлө ғаиләлә үҫә. Ҡыҙғанысҡа күрә, араларында кесе ҡыҙ юҡ, ул йәшләй генә фажиғәле вафат була. Был юғалтыу йөрәктә мәңгелек йөй булып ҡалһа ла, Гөләйҙә апай уны күтәрерлек көс тапҡан. Тормош иптәшенең дә фани донъянан күскәненә байтаҡ. Балалар күптән үҙ тормоштарын ҡороп, төрлө яҡҡа таралһалар ҙа, атай нигеҙен һыуытмайҙар, йыш ҡайталар, яҡын кешеһенә ҡәҙер-хөрмәт күрһәтәләр. Кинйәләре Рамазан ғаиләһе менән күрше йортта ғына йәшәй. Балаларының игелеген күргән әсә өсөн был иң ҙур ҡыуаныс, иң ҙур бәхет.
Әле лә һылыулығын юғалтмаған, күркәм, асыҡ йөҙлө, ихлас Гөләйҙә апай күңелемде әсир итте. Уның менән һөйләшеп ултырыуҙары үҙе бер ғүмер, унан йылылыҡ, илаһилыҡ бөркөлгәндәй. Бығаса һис таныш булмағандарҙың да ни тиклем яҡын һәм ҡәҙерле кешегә әүерелгәнен тойҙом.
Оло йәштәгеләр — беҙҙең ғорурлығыбыҙ, тарих, аҡыл, хәтер, тормош тәжрибәһе тупланған хазинабыҙ. Уларҙың ғүмере — беҙгә үрнәк, уларҙың изгелеге — беҙгә нур. Ҡасандыр киләсәк быуынды хәстәрләп, ауыр эштә тир түккән өсөн, ҡаты һуғыш йылдарында тыуған еребеҙҙең именлеген хәстәрләгән өсөн, быуындан-быуынға күсә килгән аҡыл, һәләт, рухи көстө тапшырған өсөн барлыҡ өлкәндәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә. Һеҙ булғанға донъя йәмлерәк, күңелдәребеҙ тынысыраҡ.
Әлиә Әмирова.
Автор фотоһы.