Инйәр
+3 °С
Дождь
Төрлөһөнән...
23 Сентября , 10:09

Ҡалдыҡтар менән эш итеү системаһына үҙгәрештәр индерелде

Август айында районыбыҙҙа ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы (ТКО) сығарыу логистикаһында етди үҙгәрештәр булды. Элек сүп-сар ташыу менән шөғөлләнгән подрядсы ойошма муниципалитетта үҙ эшмәкәрлеген туҡтатты. Быға тиклем ошо бурысты Стәрлетамаҡта урынлашҡан «Свежий ветер» йәмғиәте үтәгәйне. Ул Архангел районын хеҙмәтләндереүҙе тулыһынса туҡтатыуын һәм «Ҡала таҙартыу буйынса махсус автохужалыҡ» йәмғиәте (Спецавтохозяйство) менән контракт шарттарын рәсми рәүештә өҙөүен белдерҙе.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡалдыҡтар менән эш итеү системаһына үҙгәрештәр индерелдеҠалдыҡтар менән эш итеү системаһына үҙгәрештәр индерелде
Ҡалдыҡтар менән эш итеү системаһына үҙгәрештәр индерелде

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: тап «Ҡала таҙартыу буйынса махсус автохужалыҡ» 1-се зонала төбәк операторы булып тора. Ул Өфө ҡалаһынан тыш, Архангел, Балаҡатай, Благовар, Благовещен, Дыуан, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Ҡыйғы, Кушнаренко, Мәсетле, Нуриман, Салауат, Шишмә райондарын хеҙмәтләндерә. Ҙур биләмәлә барлығы 1 661 250 кеше йәшәй.

Компания ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең тулы циклын үҙ өҫтөнә ала: сүп-сарҙы йыя, ташый, сорттарға бүлә һәм икенсел сеймалды эшкәртеүселәргә тапшыра. Предприятие 191 берәмек махсус автомобиль һәм трактор техникаһына эйә, шул иҫәптән еңел автомобилдәр, бортлы «Газель»дәр, һурҙырыу (ассенизатор) машиналары. Улар төрлө миҙгелдә лә таҙалыҡты тәьмин итергә мөмкинлек бирә.

Билдәләп үтергә кәрәк, «Ҡала таҙартыу буйынса махсус автохужалыҡ» бүленеп йыйылған ҡалдыҡтарға ҙур иғтибар бирә. Әлеге ваҡытта баш ҡалаһының 478 майҙансығында фракцияларға бүленгән (быяла, ҡағыҙ, пластик) 1309 контейнер урынлаштырылған. Өҫтәүенә, пластик һауыт-һаба (ПЭТ) йыйыу өсөн 470 селтәрле контейнер ҡуйылған.

Ойошманың төп маҡсаттары: ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыу һәм сығарыу системаһын яҡшыртыу; заманса алымдар ҡулланыу, эштең ҡеүәтен арттырыу; халыҡ араһында экология мәҙәниәтен күтәреү; ҡалдыҡтар менән эш итеү логистикаһының өҙлөкһөҙлөгөн һәм ышаныслылығын тәьмин итеү. Йәмғиәт шулай уҡ 5240 урынды, шул иҫәптән торлаҡ зонаһындағы 3932 урынды (уларҙың 1519-ы сығарылмалы контейнерҙар) хеҙмәтләндерә.

«Свежий ветер» эшен туҡтатыу менән сүп сығарыу буйынса бөтә функциялар туранан-тура «Ҡала таҙартыу буйынса махсус автохужалыҡ» йәмғиәте ҡарамағына күсте. Төбәк операторының матбуғат хеҙмәтендә әлеге этапта ваҡытлыса ҡыйынлыҡтар булыуы ихтималлығын таныйҙар. Атап әйткәндә, компания кадрҙар етешмәүенә юлыҡҡан, әммә етәкселек ҡалдыҡтарҙы сығарыу графигын тотороҡландырыу өҫтөндә ентекле эшләй.

Билдәләп үтергә кәрәк, ҡайһы бер сүп-сар ҡаты коммуналь ҡалдыҡ һаналмай, шуға күрә уларҙы ғәҙәттәге контейнер майҙансыҡтарына ташларға ярамай. Мәҫәлән, ботаҡ, япраҡтар, һабаҡ, бысҡы онтағы, үлән, ағас олондары. Шулай уҡ төҙөлөш материалдары, кирбес ватыҡтары, бетон, тупраҡ, йөкләү конструкциялары ла шул иҫәптә, улар өсөн айырым килешеү талап ителә. Хәүефле әйберҙәр: шина, аккумулятор, май, терегөмөш, ғәмәлдән сыҡҡан дарыуҙарҙы махсус пункттар аша утилләштереү мөһим.

Һорауҙар буйынса «Ҡала таҙартыу буйынса махсус автохужалыҡ» менән түбәндәге телефондар аша бәйләнешкә инергә мөмкин: +7 (347) 222-45-06,

Ҡыҙыу линия: 8-800-347-80-03.

МАХ (мессенджер): 8-986-704-40-88

Ойошманың сайты: https://sahufa.ru/

Бәйләнештә (ВКонтакте) бите: vk.com/mupsah

Әлиә Әмирова әҙерләне.

Айһылыу Мөхәмәтйәнова фотоһы.

Автор:Мухаметьянова А.
Читайте нас