Инйәр
+22 °С
Болотло
Төрлөһөнән...
19 Сентябрь , 17:15

98 йәшлек ағинәй һайлауҙа ҡатнашты

Оло йәштәгеләрҙең һайлауҙа ҡатнашыуы - йәмғиәттең сәйәси тормошонда мөһим урын алып тора.  

98 йәшлек ағинәй һайлауҙа ҡатнашты98 йәшлек ағинәй һайлауҙа ҡатнашты
98 йәшлек ағинәй һайлауҙа ҡатнашты

Тирәкле ауылының хеҙмәт ветерандары илебеҙҙәге төп ваҡиғанан ситтә ҡалманы - улар һайлауҙа тауыш биреп, гражданлыҡ бурыстарын үтәне.

Урындағы һайлау комиссияһы хеҙмәткәрҙәре шулай уҡ ауылдың иң оло кешеһе - 98 йәшлек Ғайниямал Дәүләтша ҡыҙы Япарованың  өйөнә лә килде. Ғайниямал Дәүләтша ҡыҙы күп бала әсәһе, тыл ветераны. Олпат йәшенә ҡарамаҫтан, ағинәйҙең  зиһене асыҡ, ул яңылыҡтарҙы, донъя хәлдәрен күҙәтеп бара. Ил инәһе йәш быуынға бәхетле тормош, Тыуған илебеҙгә именлек теләне.

#ВыбираемВместе #ЕДГ2026 #БашкортостанВыбирай2026

Дилара Янбаева.

Э.Хәсәнова фотоһы.

98 йәшлек ағинәй һайлауҙа ҡатнашты
98 йәшлек ағинәй һайлауҙа ҡатнашты
98 йәшлек ағинәй һайлауҙа ҡатнашты
98 йәшлек ағинәй һайлауҙа ҡатнашты
98 йәшлек ағинәй һайлауҙа ҡатнашты
Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас