Инйәр
+13 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
28 Августа , 10:11

Балаларҙы мәктәпкә әҙерләү күпмегә барып баҫа?

Балаларҙы мәктәпкә йыйырға ваҡыт.  Райондың сауҙа нөктәләре буйлап йөрөп, ата-әсәләрҙең киләсәк сығымдарына баһа бирҙек.

Балаларҙы мәктәпкә әҙерләү  күпмегә барып баҫа?Балаларҙы мәктәпкә әҙерләү  күпмегә барып баҫа?
Балаларҙы мәктәпкә әҙерләү күпмегә барып баҫа?

Форманан башлайбыҙ

Йомғаҡлау суммаһы баланың йәше, мәктәп талаптары һәм ата-әсәләрҙең өҫтөнлөктәре менән бәйле. Минималь комплект менән сикләнергә, йәки аҡсаны ҡиммәтле  формаға, брендлы рюкзакка, гаджеттарға күберәк тотонорға мөмкин.

Техниканы һәм өҫтәмә һатып алыуҙарҙы иҫәпкә алмайынса, сығымдарҙың уртаса суммаһын иҫәпләнек.

— Ғәҙәттә, иң күп аҡса кейемгә, аяҡ кейеменә һәм рюкзакка китә, — ти өс уҡыусы әсәһе Фирүзә. — Бюджетты алдан бүлеү һәм әйберҙәрҙең тышҡы ҡиәфәте өсөн генә ҡиммәткә һатып алмау яҡшыраҡ. Июлдә үк әҙерлек тураһында уйлай башлайбыҙ. Һәм, әлбиттә, әгәр яраһа, былтыр ҡалғандарын да кейәсәкбеҙ. Әле 4 меңгә пиджак һәм салбарҙан торған   малайҙар  костюмын ҡараныҡ.

Әйткәндәй, костюмды баланың буйына һәм комплексына ҡарап, арзаныраҡ йәки ҡиммәтерәк (4 мең һумдан 10 мең һумға тиклем)табырға мөмкин.Салбарға 1 мең һумға ҡайыш та кәрәк. Ике аҡ һәм мәҫәлән, күк, һоро төҫтәге күлдәктәр һатып алыу яҡшыраҡ, һәр береһе 1 мең һум, 800 һумға ла табырға була, 500 һумға галстук һәм 2 меңдән классик туфли. Шулай итеп, кейем һәм аяҡ кейеме өсөн генә малайға 15 мең һум талп ителә. Сауҙа үҙәктәрендә, махсус магазиндарҙа, башҡа бутиктарҙа был әйберҙәр ҡыйбатыраҡ, әммә унда төрҙәре күп һәм сифатлыраҡ та.

Ҡыҙҙарҙы ғәҙәттә кейендереүҡиммәтерәк.  Алъяпҡыслы күлдәк, сарафан йәки башҡа мәктәп кейемен ҡарайбыҙ. Итәк 2-3 мең һумға, жакет 2-4 мең һумға төшә. Ике дана блузка, һәр береһенә 1-2 мең һум алабыҙ. Ойоҡбаш йәки колготка — 1000 һум, аяҡ кейеме — 2 мең. Ҡыҙҙар өсөн 17 мең һум самаһы аҡса китәсәк.

Шулай уҡ спорт формаһы ла кәрәк. Махсус магазинда иң ябайы 4 мең һум тора. Кроссовкаларҙы бюджет буйынса һайларға мөмкин, уртаса хаҡы — 2500 һум. Бер пар футболка бер мең һумға төшә. Спорт өсөн нәскейҙәр комплекты 500 һум. Шулай итеп, тағы ла һигеҙ мең китә.

Шулай уҡ дәреслектәр, дәфтәрҙәр һәм кәрәк-яраҡтар өсөн сумка кәрәк. 1-се класс уҡыусыларына ҡаты арҡалыһын һайлау яҡшыраҡ. Улар спорт магазиндарында һәм маркетплейстарҙа күп. Минималь хаҡы —1,5 мең һум, әммә бында экономияларға кәрәкмәй.

—  Рюкзакты һайлағанда арҡаның ҡатылығына, көйләнә торған элмәктәренә, бер нисә бүлеккә, ныҡлы туҡымаға, уңайлы йоҙаҡҡа һәм яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтарға иғтибар итегеҙ. Һатып алыр алдынан артыҡ ҙур йәки ауыр булмаһын өсөн кейеп ҡарап алыу яҡшыраҡ, — тип кәңәш итә табип-педиатр Альбина Хоҙайғолова.

Талаптарға яуап биргән яҡшы рюкзакты 3 мең һумға алабыҙ.

Рюкзакка нимә һалабыҙ

Хәҙер мәктәп кәрәк-яраҡтары хаҡында. Ике комплект шаҡмаҡ  һәм буйлы дәфтәр —  700 һум. Тыштары — 300, бүлекле  пенал — 300, ручкалар — 350 һум. Ҡәләмдәр— 350, ослағыс — 100, юйғыс —  50 һум. Дөйөм алғанда 2150 һум. Осһоҙораҡҡа һатып алырға ла була. Шуға төрөлө варианттарҙы ҡарау хәйерле, тик әйберҙәр сифатлы булһын.

Беренселәрҙең уҡыу программаһында рәсем, технология дәрестәре бар. Шулай итеп, 96 битлек һүрәт төшөрөү өсөн альбом да алабыҙ  — 250 һум. Төрлө ҙурлыҡтағы өс бумала — 300 һум, акварель буяуҙар йыйылмаһы — 200 һум, гуашь — 300 һум, һыу өсөн палитра һәм стакан 200, төҫлө картон һәм ҡағыҙ йыйылмаһы — 500 һум. Балалар ҡайсылары — 200 һум, елем-ҡәләм һәм ПВА — 300 һум, һаҡлау өсөн папка — 200 һум. Был кәрәк-яраҡтарға кәмендә 2 мең һум китә.

Дөйөм алғанда, беҙ малай өсөн —  28 000 һум, ҡыҙ өсөн 30 000 һум һалдыҡ. Әгәр һеҙҙең 1-се класс уҡыусыһы бар икән, ижад өсөн материалдарға тағы ла 2000 һум өҫтәгеҙ.

Әйткәндәй, Башҡортостанда аҙ килемле күп балалы ғаиләләр ике йылға бер тапҡыр мәктәп формаһы өсөн компенсация ала. Бындай ғаиләләргә1-се класс уҡыусылары өсөн шулай уҡ рюкзак, көндәлек, дәфтәрҙәр, канцелярия тауарҙары һәм яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы жилеттан торған әҙер йыйылмалар ҙа бирелә. Социаль ярҙам йәки Күп функциялы үҙәккә  мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Темаға бәйләп...

1 сентябрҙә республикала 20 меңгә яҡын студент та уҡырға барасаҡ. Уларҙың ҡайһы берҙәренә кейем һәм канцеляриянан тыш торлаҡ һәм уҡыу өсөн түләргә лә кәрәк. Бында ата-әсәләрҙең сығымдары бер нисә тапҡырға арта. Иғландар сервисы мәғлүмәттәре буйынса, Өфөлә студияны ҡуртымға алыу ай һайын уртаса 24,4 мең һумға төшә. Бер бүлмәле фатирҙы ҡуртымға алыу хаҡы 28 200 һум тора. Аренданың дөйөм хаҡы йорттоң торошона, ремонт сифатына һәм районға бәйле: иң бюджет варианттары ҡала ситендә 13 меңдән башлана, ә яңы һәм сифатлы ремонт өсөн үҙәктә ике тапҡырға күберәк бирергә тура киләсәк. Бүлмәнең ҡуртым хаҡы уртаса 11 300 һум тәшкил итә.

Уҡыу хаҡына килгәндә, ул йыл һайын 130 меңдән 395 мең һумға тиклем тирбәлә.

Дилара Бәҙретдинова.

Автор фотоһы.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас