Инйәр
+11 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
27 Августа , 10:41

Йөрәк йылыһы – балаларға

Баҡалды ауылындағы «Чебурашка» балалар баҡсаһының үҙенә генә хас бер үҙенсәлеге бар: бында кескәйҙәр ата-әсәһенә эшкә кәрәк булғанға ғына түгел, ә ҙур теләк менән ашыға, сөнки уларҙы бында аңлай белгән, яратҡан яҡын кешеләре көтә.

Йөрәк йылыһы – балаларғаЙөрәк йылыһы – балаларға
Йөрәк йылыһы – балаларға

Миңнур Баҡир ҡыҙы (Шиһабетдинова) - Бодалева — күптән эшләгән, тәжрибәле тәрбиәсе, ул бер ҡасан да йылдар тураһында һөйләмәй, тик балалар менән үткән ваҡыты хаҡында бәйән итә. Бөгөнгө йәш быуын үҙҙәренең асыҡ күңеллелеге менән әсир итә, яңы нәмәне тиҙ үҙләштереүе менән ғәжәпләндерә. Уларҙан ҡалышмау, заман һулышын тойоу, хәбәрҙар булыу — мөһим. Мәҡәлә героиняһы өсөн тәрбиәсе – һөнәр түгел, ә даими алға ынтылыш, йәшәйеш.

Үҙе лә педагогика өлкәһенә байтаҡ эҙләнеү һәм һынауҙар аша оҙон юл үтеп килгән. Ул Аҙауҙа тыуып-үҫкән, керамик һауыттарға һүрәт, биҙәк төшөрөү һөнәре буйынса белем алған, заводта эшләгән. 1986 йылда ғаиләһе менән тыуған яҡтарына ҡайтҡандар. Уға шул саҡ балалар баҡсаһы мөдире Нәсимә Нәжип ҡыҙы Полусалова иғтибар итә һәм эшкә саҡыра. Шул ваҡытта Миңнур Баҡир ҡыҙы үҙ урынында икәнен аңлай. Өфө мәктәпкәсә белем биреү училищеһын ситтән тороп тамамлай. Ғүмеренең күп өлөшө кескәйҙәр араһында үтә, улар уның өсөн иң ҡәҙерле, яратҡан һәм яҡын кешеләре.

Инде егерме йылға яҡын педагог менән бергә ярҙамсыһы Сәкинә Ғәлимйән ҡыҙы Фәттәхова эшләй. Бар нәмәне үҙ-ара һөйләшеп, кәңәшләшеп хәл итәләр, бер маҡсат менән йәшәйҙәр. Ә янындағы төркөмдә Флүзә Ҡотләхмәтова хеҙмәт итә.  Бергәләп йылы мөхит тыуҙыралар, унда һәр бала үҙен ышаныслы тоя. Флүзә Сәғитулла ҡыҙында — өлкәнерәк тәрбиәләнеүселәр, 5–7 йәшлектәр, Миңнур Баҡир ҡыҙында — иң бәләкәйҙәр, бер ярымдан биш йәшкә тиклемгеләр. Төркөмдәрҙә ун бишәр бала, һәр ҡайһыһының — үҙ холҡо, үҙ үҙенсәлеге. Ысын педагог балаларҙың береһен дә ҡалдырмай, уларға айырым ҡараш таба белә.

— Кескәйҙәр бөгөн бөтөнләй икенсе, — ти яҡташыбыҙ. — Һәм был бик күркәм күренеш. Улар киңерәк, тәрәнерәк фекерләй, зирәк, отҡорҙар, һәр яҡлап һәләтле, мәғлүмәтте бик тиҙ үҙләштерә. Ата-әсәләр ҙә башҡасараҡ — улар балалар тормошонда әүҙем ҡатнаша, күпте белә, тәрбиә сифатына нығыраҡ талап ҡуя. Күптәре минең тәрбиәләнеүселәрем. Был ҙур яуаплылыҡ та, ҙур ҡыуаныс та. Беҙгә бер урында тапанырға, замандан артта ҡалырға ярамай — уҡыу программалары яңыра, яңы ысул, алымдар килә, шуларҙы үҙләштерергә тейешбеҙ. Балаларҙы күҙәтеүсе түгел, ә уларға юл күрһәтеүсе булып ҡалырға кәрәк.

Миңнур Бодалева үҙе лә төрлө педагогик конкурстарҙа ҡатнаша, яңы алымдарҙы индерә, хәҙерге кескәйҙәрҙе ылыҡтыра алырлыҡ формалар эҙләй. Шул уҡ ваҡытта ғәмһеҙ балалыҡтың ҡәҙерен, тәмен татырға ярҙам иткән нәмәләрҙе лә онотмай: байрамдарға, йолаларға арналған кисәләр, күңелле һабантуйҙар, ижади конкурстар. Тәрбиәләнеүселәренә ни бары өс-дүрт йәш кенә булһа ла, улар инде район күргәҙмәләрендә үҙ көстәрен һынап ҡарай, призлы урындар яулағандары бар. Был педагогтың хатта иң бәләкәй балала ла осҡон уята белеү күрһәткесе, шулай бит?

Миңнур Бодалева туғыҙ йыл элек хаҡлы ялға сыҡһа ла, эшен дауам итә. Сөнки балаларға кәрәк булыу — ул билдәле көн тәртибенә лә, йәшкә лә бәйле түгел. Был — күңел йылыһын өләшеү, уҡытыу, үҫтереү, тормош тәжрибәһе менән уртаҡлашыу ихтыяжы. Бурыс буйынса түгел, ә йөрәк ҡушыуы буйынса ҡабул иткән изге миссия.

Белем көнө алдынан Миңнур Бакир ҡыҙы кеүек педагогтарға рәхмәт әйтке килә. Еңел юлды түгел, ә иң етди, мөһим һөнәр һайлағандарға, көн һайын кескәй йөрәктәргә йылылыҡ, изгелек орлоҡтары өләшеүселәргә, ышаныс һалыусыларға.

Әлиә Әмирова.

Автор:Мухаметьянова А.
Читайте нас