Инйәр
+11 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
27 Августа , 10:35

Сентябрҙә кем ике тапҡыр аҡса аласаҡ?

Был хоҡуҡҡа хәрби пенсионерҙар, элекке көс структуралары хеҙмәткәрҙәре, космонавтар, осоусы-һынаусылар һәм хәрби йәрәхәт арҡаһында инвалид булғандар эйә.

Сентябрҙә кем ике тапҡыр аҡса аласаҡ?Сентябрҙә кем ике тапҡыр аҡса аласаҡ?
Сентябрҙә кем ике тапҡыр аҡса аласаҡ?

Президент академияһы вәкиле Нина Гукасова аңлатыуынса, хәрби хаҡлы ялға сығыусылар һәм силовиктар хеҙмәттән бушағас, гражданлыҡ ойошмаларына эшкә урынлашһа, ике пенсияны бергә алыу хоҡуғын һаҡлай.

Хәрби йәрәхәт буйынса инвалидтарға дәүләт айырым пенсия түләй. Икенсеһен улар ҡартлыҡ буйынса хаҡлы ялға сыҡҡас ала, быны дөйөм йәштән 5 йылға иртәрәк эшләргә мөмкин.

Ике түләүҙе сентябрҙә алыу өсөн, ай башында Социаль фондҡа ғариза бирергә кәрәк.

Әлиә Әмирова әҙерләне.

Автор:Мухаметьянова А.
Читайте нас