Инйәр
+11 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
27 Августа , 10:39

Энәле йомроҡайҙар хәүефме, әллә дуҫмы?

Баҡсала, ишек алдында терпеләрҙе күреү күңелде нисек тә күтәрә. Уларҙы тотоп ҡарағы, яратҡы килә, балалар ҙа йыш ҡына ҡағылырға ынтыла. Әммә беҙҙең бурыс — был ябай ғына күренгән хайуандың бик етди ҡурҡыныс булыуы тураһында иҫкәртеү.

Энәле йомроҡайҙар хәүефме, әллә дуҫмы?Энәле йомроҡайҙар хәүефме, әллә дуҫмы?
Энәле йомроҡайҙар хәүефме, әллә дуҫмы?

Ни өсөн терпегә тейергә ярамай?

  1. Улар дауаланып булмай торған хәүефле сир ҡотороу (бешенство) вирусын йөрөтөүе мөмкин. Шулай уҡ улар лептоспироз, сальмонеллез кеүек ауыр бактериаль ауырыуҙарҙы таратыусы иҫәпләнә.
  2. Йәнлектең тәнендә бөрсәләр, талпандар, шулай уҡ эске паразиттар (гельминттар) йәшәй. Бөжәктәр һәм ҡорттар кешегә лә, өй хайуандарына ла күсә.

Беҙ  уны йәнһүрәттәрҙән ҡарап, алма, бәшмәк ашай, тип уйлап, хаталанабыҙ! Терпе — ысын һунарсы. Уның төп аҙығы — сысҡандар, ваҡ йыландар, төрлө бөжәктәр (ҡуңыҙҙар, ҡарышлауыҡтар). Нәҡ ошо "тере аҙыҡ" арҡаһында уның эсәк-ҡарынында бик күп паразиттар йәшәй, ә тиреһен талпандар ҡаплап ала.

Энәле йомғаҡ бигерәк тә балалар өсөн хәүефле. Кескәйҙәрҙең иммунитеты өлкәндәргә ҡарағанда көсһөҙөрәк. Терпене ҡулға алыу, уның менән уйнау — бала сәләмәтлегенә янаған хәүеф.

Әгәр йорт янында терпеләр күп булһа:

  • Уларҙы ашатмағыҙ (бигерәк тә ҡулдан!) һәм өйгә яҡын эйәләштермәгеҙ.
  • Балаларға терпенең "ҡыҙыҡ" булыуына ҡарамай, унан алыҫ торорға кәрәклеген аңлатығыҙ.
  • Өйҙәге эттәрҙе, бесәйҙәрҙе терпегә яҡын ебәрмәгеҙ — улар бер-береһен зарарлай ала.
  • Ихатала эшләгәндән һуң ҡулдарҙы яҡшылап йыуығыҙ.

Иҫтә тотоғоҙ: хайуандың тышҡы матур ҡиәфәте алдаҡсы. Ул ябай ғына әкиәт геройы түгел, ә ысын тәбиғәт һунарсыһы, терпенең аҙығы һәм йәшәү рәүеше уны етди хәүеф сығанағына әйләндергән. Һаулығығыҙҙы һаҡлағыҙ, балаларығыҙҙы ҡурсалағыҙ!

Әлиә Әмирова.

Автор тарафынан ебәрелгән фото

Автор:Мухаметьянова А.
Читайте нас