Инйәр
+24 °С
Дождь
Төрлөһөнән...
20 Августа , 04:15

Йылы оҙаҡ булырмы?

Башҡортостанға йылы килә, ләкин оҙаҡҡа түгел. Иң эҫе көн бөгөн була, артабан яйлап һалҡыная башлай.

Йылы оҙаҡ булырмы?Йылы оҙаҡ булырмы?
Йылы оҙаҡ булырмы?

Бөгөн, 20 августа, яуым-төшөмһөҙ була. Ел көньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә +9, +14°, көнсығыш буйынса +4°, көндөҙ +23, +28°.

Йома, 21 августа, ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, төндә көньяҡ-көнсығышта яуым-төшөмһөҙ, урыны менән ҡойма ямғыр, йәшен, көндөҙ боҙ-борсаҡ яуыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын, йәшен ваҡытында көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +11, +16°, көндөҙ +22, +27°.

Шәмбе, 22 августа, төндә республика буйлап, көндөҙ урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа, ҡайһы бер райондарҙа йәшен йәшнәй. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +9, +14°, көндөҙ +20, +25°.

Артабан һыуыта башлай.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас