

Виктор Цой 1990 йылдың 15 авгусында юл фажиғәһендә һәләк булды. Уға ни бары 28 йәш ине. Әммә ул ҡалдырған мираҫ — йырҙар, образ, ихласлыҡ быуындарҙы берләштереүен дауам итә.
Виктор 1962 йылдың 21 июнендә Ленинградта (хәҙерге Санкт-Петербург) тыуа. Бала саҡтан рәсем төшөрөүгә, шиғыр яҙырға әүәҫ була.
Мәктәптә уҡығанда рок-музыка менән мауыға. Маяковский исемендәге училищела уҡый, артабан рәссам-реставратор һөнәрен үҙләштерә, йәнәшә гитараһынан айырылмай.
Башта «Автоматические удовлетворители» төркөмөндә уйнай. 1981 йылда Алексей Рыбин менән «Гарин и гиперболоиды» төркөмөн ойоштора. Шул уҡ йылда легендар «Кино» төркөмө барлыҡҡа килә.
Һикһәненсе йылдар уртаһында «Кино» бөтә Союзға таныла. «Группа крови», «Звезда по имени Солнце», «Кукушка» йырҙары хитҡа әйләнә. Цойҙың ябай, әммә тәрән текстары, үҙенсәлекле моңо миллиондарҙың күңелен яулай.
1987 йылда Рәшит Ноғомановтың «Энә» нәфис фильмында төп ролде уйнай. Был кино культҡа әүерелә.
1990 йылдың йәйендә ул яңы йырҙар әҙерләй, альбом тураһында уйлай. 15 августа Латвияла автомобиль аварияһында һәләк була. Уның 9 студия альбомы, тиҫтәләрсә йырҙары, фильмдары, меңдәрсә шиғыры тороп ҡалды.
Автор фотоһы.
Һүрәттә: Санкт-Петербург ҡалаһында Виктор Цойға һәйкәл ҡуйылған.
Блицинтервью
Кем ул беҙҙең өсөн Цой?
Марат Хәсәнов, 62 йәш:
— Йәш саҡта уйынға сыҡҡан һайын гитарала уйнап, уның йырҙарын йырлай инек. Йылға буйында усаҡ ҡабыҙып ултырған саҡтар яҡты хәтирә булып ҡалды. Цойҙың йырҙары тормош, кеше, йән тураһында. Унда тәрән мәғәнә һалынған. Мин бөгөн дә тыңлайым, ҡушылып йырлайым.
Гөлназ Ғәлиева, 34 йәш:
— Бала саҡта Цойҙың һүҙҙәренә бик төшөнмәй инем, хәҙер уны аңлап иҫем китә. Ни тиклем дөрөҫ, көслө төшөнсә һалынған икән. Минең өсөн Цой — ихласлыҡ символы. Ул һәр ваҡыт үҙе булып ҡалыуҙан ҡурҡмаған.
Айнур Сәлимов, 22 йәш:
— Беҙҙең быуын араһында уны тыңлаусылар күп. Заманса музыка ялҡыта, өҫтәүенә яһалма интеллект тарафынан яҙылғандары күп. Өләсәйем әйтмешләй, араһында ҡолаҡҡа ятмаҫ «шаҡы-боҡо» йырҙары ла бар. Ә Цойҙың ритмы, тексы — башҡаса. Үҙе үлһә лә, ижады тере, ул – мәңгелек.
Искәндәр, 10 йәш:
— Мин Цойҙың күп кенә йырын яттан беләм. Өйҙә уны йыш тыңлайҙар. Ағайым менән апайым да уның ижадын ярата. Әсәйем уларға гитара ла алып бирҙе. Өйрәнергә әллә ваҡыттары, әллә теләктәре булманы. Мин синтезаторҙа Цойҙың көйҙәрен әҙерәк уйнайым. Видеотаҫмаларҙа уның сығыштарын ҡарайым. Ул шундай матур, сәхнәлә үҙен тотошо күркәм.
Әлиә Әмирова яҙып алды.