Инйәр
+24 °С
Дождь
Төрлөһөнән...
12 Августа , 09:24

Ураҡ кампанияһы ырамлы һәм һөҙөмтәле

Көндөң аяҙ тороуы игенселәр өсөн уңайлы. Баҫыуҙа өлгөргән культураларҙың уңышы юғалтыуһыҙ, тәләфләнмәй генә йыйыла, мал аҙығын туплау ҙа йылдам бара.

Ураҡ кампанияһы ырамлы һәм һөҙөмтәлеУраҡ кампанияһы ырамлы һәм һөҙөмтәле
Ураҡ кампанияһы ырамлы һәм һөҙөмтәле

Был юҫыҡта «Үҙәк» МТС-ының Архангел бүлексәһе эше юғары темпта ойошторған. Йәмғеһе 800 тонна — үлән силосы, 1260 тонна сенаж тәғәйен ямға һалынған да инде. «Синергия» йәмғиәте лә ҡалышмай – 1000 тонна сенаж әҙерләгән. Д. Ю. Кузнецов  крәҫтиән-фермер хужалығы был төр мал аҙығын 300 тонна күләмендә туплаған. Бесән сабыу ҙа ҡыҙыу бара, башҡа крәҫтиән-фермер хужалыҡтары ла эшкә дәррәү тотонған.

Район буйынса 3100 гектар “йәшел ураҡ” сабылған, йәғни пландың 75 проценты үтәлгән, 5180 тонна бесән (66 процент) һәм 3350 тонна сенаж (67 процент) әҙерләнгән. Үләндең сифатын юғалтмаҫ өсөн эште тағы ла тиҙләтеү – көнүҙәк талап.

– «Синергия» йәмғиәте ужым бойҙайын 155 гектар майҙанда тулыһынса йыйып бөттө. Ә «Үҙәк» МТС-ының Архангел бүлексәһендә 670 гектар (планға ҡарата 47 процент) уҙым бойҙайы урылды. Район буйынса 2260 тонна ашлыҡ һуғып алынды, һәр гектарҙан уртаса 28 центнер ашлыҡ алына,  – ти мәғлүмәт-консультация үҙәге баш агрономы Фәнил Ғәлиев.

Яҙғы иген культураларын йыйыу ваҡыты ла яҡынлаша. Көнө йылды туйғыҙа, ти халыҡ. Ураҡ осоронда һәр сәғәт ҡәҙерле. Бөтә эш етеҙлекте ярата. Мезанизаторҙар был хаҡиҡәтте онотмай.

Әлиә Әмирова.

Автор:Мухаметьянова А.
Читайте нас