Иң ҙур ҡурҡыныс – битарафлыҡ һәм һаҡһыҙ ҡулланыу. Бәләкәс кенә осҡон ҡоро үләнгә төшһә, минут эсендә юғары тиҙлек менән тарала, тирә-яҡты ялмап ала. Ағас-ҡыуаҡтар, хайуандар – бөтәһе лә ялҡын ҡорбаны булып ҡалыуы ихтимал. Шуға күрә янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре ҡағыҙҙа теркәлгән һүҙҙәр генә түгел, ә тормошобоҙҙоң бер өлөшө.
Урманда һәм йылға ярҙарында ут яндырғанда түбәндәгеләр ҡәтғи тыйыла:
- Ҡоро үлән, әрем, ағас тамырҙары янында ут ҡабыҙыу;
- Көслө ел иҫкәндә асыҡ урында ут тоҡандырыу;
- Балаларҙы ут янында күҙәтеүһеҙ ҡалдырыу;
- Усаҡты тулыһынса һүндермәйенсә ташлап китеү;
- Урманға быяла һауыттар, шешәләр, төҫлө ярсыҡ ҡалдыҡтарын ташлау. Улар ҡояш нурҙары аҫтында линза булып эшләй һәм ут сығара.
Дөйөм ҡағиҙәләр һәр кемгә ҡағыла:
- Утты тик махсус әҙерләнгән урында – таш, балсыҡ йәки ҡом менән уратып ҡабыҙығыҙ;
- Эргәлә кәмендә бер биҙрә һыу, бер көрәк ҡом йәки тупраҡ әҙер торһон;
- Ялҡын бейеклеге 0,5 метрҙан артмаһын;
- Бензин, машина майы кеүек тиҙ тоҡаныусы шыйыҡсаларҙы алыҫ тотоғоҙ;
- Утты яндырған ерҙе тирә-яҡтан ҡоро үләндән, ҡороған ботаҡтарҙан таҙартығыҙ;
- Утты тулыһынса һыу менән һүндерегеҙ, көл-күмерҙе ергә күмеп ҡалдырығыҙ, усаҡ эргәһен һыулап сығығыҙ;
- Спиртлы эсемлектәр ҡулланмағыҙ – иҫерек кеше ут менән эш итә алмай.
Янғын сыҡҡан осраҡта:
- 112 (ғәҙәттәге ҡотҡарыу хеҙмәте) йәки 101 (янғын хеҙмәте) номерына шылтыратығыҙ;
- Утты үҙ көсөгөҙ менән һүндерергә маташығыҙ, әммә хәүефһеҙлекте онотмағыҙ. Ялҡын көсәйгән осраҡта хәүефһеҙ урынға ҡасығыҙ;
- Янғын йүнәлешен иҫәпләп, елгә ҡаршы йүгерегеҙ;
- Иң тәүҙә балаларҙы һәм өлкән йәштәгеләрҙе хәүефһеҙ урынға сығарығыҙ.
Тәбиғәткә ял итергә сыҡһағыҙ, иң тәүҙә тирә-яҡты тикшерегеҙ. Үрҙә әйтелгән ҡағиҙәләргә ҡолаҡ һалығыҙ. Ут янына барып фотоға төшөүҙең дә хәүефле икәнен онотмағыҙ.
Беҙҙең урмандар – үткән быуын мираҫы. Улар күп быуаттар буйы үҫкән. Йәйелеп ятҡан ағаслыҡты бер осҡон аҙ ғына ваҡыт эсендә юҡ итә ала. Урманға һаҡсыл ҡарайыҡ. Эҫе көндәрҙә ут уйынсыҡ түгел, ә яуыз дошман булыуы ихтимал.
Әлиә Әмирова.