Инйәр
+27 °С
Болотло
Төрлөһөнән...
3 Август , 07:25

“Йөрәк һәм көйлө ҡылдың берҙәм яңғырашы” һәләтлеләрҙе бергә тупланы

Район  үҙәге майҙанында “Йөрәк  һәм  көйлө ҡылдың берҙәм яңғырашы” тигән таланттар байрамы уҙғарылды.  Был  күп жанрлы  асыҡ фестиваль мәҙәниәткә ғашиҡ кешеләрҙе бергә тупланы. Ябай конкурс ҡына түгел ине ул, тамашасы хөкөмөнә    маһирлығыңды  күрһәтеү һәм уларҙан илһам алыуға ҡоролғайны.

“Йөрәк һәм көйлө ҡылдың берҙәм яңғырашы” һәләтлеләрҙе бергә тупланы“Йөрәк һәм көйлө ҡылдың берҙәм яңғырашы” һәләтлеләрҙе бергә тупланы
“Йөрәк һәм көйлө ҡылдың берҙәм яңғырашы” һәләтлеләрҙе бергә тупланы

Сәхнә түренә бер-бер артлы  йырсылар, бейеүселәр сыҡты, шулай уҡ йыйылыусылар шиғри шәлкемдәр тыңлап, рухын байытты. Дәртле  казак бейеүе, башҡорт,  рус, сыуаш халыҡтарының   лирик йырҙары  йөрәк ҡылдарын сиртте. Кисәнең сағыу йондоҙҙары  — Бөтә Рәсәй конкурстары еңеүсеһе Алена Сәйфуллина һәм  “Амбер” рок-төркөмө лидеры Татьяна Теплова булды.  Уларҙың  сығышы программаның  матур биҙәге ине. Тағы ла бер йылы һәм тулҡынландырғыс  мәл: фестивалдә ҡатнашыусы  Алмаз Туҡаевты  барыһы ла тыуған көнө менән тәбрикләне. Бындай ваҡиға  үҫмерҙең генә түгел, райондаштарҙың да күңелендә  йылы хис-тойғолар ҡалдырҙы.

Байрамда архангелдәрҙе йыр-моң,  дәртле-дарманлы бейеүҙәр менән йөрәктәренә ут-ялҡын өҫтәгән һәләтлеләргә — Дипломдар, киң ҡоласлы сара таянысы булған партнерҙарға  Рәхмәт хаттары тапшырылды.

Ойоштороусылар: хәйриә  платформаһы  “СберВместе”,  Руслан Дәүләтшин,  “Өфө ҡалаһы тауышы” проекты етәксеһе Камила Мирхәйҙәрова, автор-башҡарыусы Алена Сәйфуллина, Азат Шәрәфетдинов, “БашУлей” глэмпингы етәксеһе Рафаэль Ғиззәтуллин.

Миләүшә Бәширова.

И. Куркова фотоһы.

Автор:Милавша Баширова
Читайте нас