Инйәр
+24 °С
Дождь
Төрлөһөнән...
3 Августа , 05:35

Тыныслыҡ биргән хеҙмәт

27 июлдә ил буйынса күп функциялы үҙәк хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Архангел ауылындағы офис өсөн был дата —  таныу, хөрмәт һәм, иң мөһиме, кешеләргә юғары кимәлдә хеҙмәт күрһәткән команданың байрамы.

Тыныслыҡ биргән хеҙмәтТыныслыҡ биргән хеҙмәт
Тыныслыҡ биргән хеҙмәт

Офисҡа нигеҙ һалыныу тарихы, хеҙмәткәрҙәр һәм яҡташтар өсөн үҙәктең әһәмиәте тураһында бүлексә мөдире Неля Әмирова бәйән итте.

— Неля Маратовна, һеҙ был үҙәкте байтаҡ йылдар етәкләйһегеҙ. Башланғысы менән таныштырып үтһәгеҙсе?

— Архангел ауылында «Минең Документтар» офисын асыу — бик мөһим эш. Ул кешеләргә уңайлы булһын, документ юллап башҡа ҡалаларға йөрөмәһен өсөн ойошторолдо. Хәҙер бөтәһе лә яҡында — пенсия, ер-һыу, балаларға таныҡлыҡ, ярҙам саралары. Коллективыбыҙ — ысын команда. Бер-беребеҙҙе аңлап, асыҡтан-асыҡ һөйләшеп, ярҙам ҡулы һуҙып эш итәбеҙ.

— Офисҡа йөрөгән кешеләр араһында ололар байтаҡ. Улар менән эшләү еңелме?

— Беҙҙең өсөн һәр кеше — ғаилә ағзаһы кеүек. Өлкән йәштәгеләр менән ултырып һөйләшәбеҙ,  рәсми ҡағыҙҙарҙың нимә тураһында, ни өсөн кәрәклеген аңлатабыҙ. Һанлы сервистар хаҡында ла ентекле мәғлүмәт бирәбеҙ. Бурысыбыҙ — документ тапшырыу ғына түгел, ә граждандарға тыныслыҡ, ышаныс, аңлатма биреү.

— Ғорурланырлыҡ хеҙмәткәрҙәр хаҡында хәбәрҙарбыҙ. Улар тураһында һөйләп үтһәгеҙсе?

— Надежда Васильевна Клокова, Анастасия Владимировна Шульц, Юлия Викторовна Солтанова — ныҡлы терәк. Уларҙың тәжрибәһе, түҙемлеге, күңел йылыһы — офис йөҙө. Улар йәш белгестәргә документ менән эшләргә генә түгел, ә клиенттар менән дөрөҫ әңгәмәләшергә, шәхсән ҡарарға өйрәтә. Үҙәктә берәү ҙә иғтибарһыҙ ҡалмай.

— Һуңғы яңылыҡтарҙың эш барышына тәьҫире...

— Замана талаптарына ярашлы, ҡағиҙәләр үҙгәреп тора. Беҙ уларҙан ҡурҡмайбыҙ, киреһенсә,  үҙләштерергә, эштә уңышлы ҡулланырға тырышабыҙ. Кешеләргә мутлашыусыларҙан һаҡланыу сараларына өйрәтәбеҙ, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итәбеҙ. Клиенттар беҙгә ҙур ышаныс белдерә. Был — иң юғары баһа.

— Һөнәри байрам алдынан нимә теләр инегеҙ?

— Коллективыма рәхмәтемде белдерәм. Уларҙың көн һайын кешеләргә йылмайып, йылы, иғтибарлы  мөғәмәлә булдырыуы — уңышлы эш нигеҙе. Һәр мөрәжәғәт итеүсе үҙенең һорауын хәл итә, кәрәкле мәғлүмәт ала. Артабан да үҙәктең тотороҡло эшләүен, клиенттарҙың ҡәнәғәт ҡалыуын, хеҙмәткәрҙәрҙең  именлеген теләйем!

— Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт!

Әлиә Әмирова.

Ирина Куркова фотоһы.

Автор:Мухаметьянова А.
Читайте нас