

— Рәил Илфат улы, гепатит нисек барлыҡҡа килә? Был айырым бер сирме, әллә төрлө ауырыуҙар төркөмөмө?
— Гепатит — бауыр туҡымаһының шешеүе, йәғни елһенеү. Ул төрлө сәбәптән килеп сыға. Иң йыш осрай торғандары — вируслы гепатиттар, улар A, B, C, D, E тип билдәләнә. Бынан тыш, алкоголь, ағыулы матдәләр йәки ҡайһы бер дарыуҙар ҙа бауырҙы зарарлай ала. Әммә иң ҡурҡынысы — В һәм С вирустары.
— Ни өсөн нәҡ ошо икәүһе иң ҡурҡыныс? Ағыулы гепатиттан нисек айырылалар?
— Ағыулы гепатит ғәҙәттә тиҙ ваҡыт эсендә, асыҡ билдәләр менән үҙен белгертә. Ә В һәм С вирустары хәйләкәр. Улар оҙаҡ йылдар буйы организмда йәшәй. Кеше эшләй, йөрөй, үҙен яҡшы тоя. Ә был ваҡытта сир әкренләп кенә бауыр күҙәнәктәрен тарҡата. Һөҙөмтәлә цирроз, хатта яман шеш килеп сығыуы мөмкин. Шуға күрә гепатитты йыш ҡына «тын үлтереүсе» тип атайҙар.
— Һеҙҙең практикала шундай осраҡтар булдымы?
— Әлбиттә. Мәҫәлән, бер ханым — тыштан сәләмәт, спорт менән шөғөлләнә, диета тота. Диспансеризация ваҡытында анализ тапшырҙы — гепатит С барлығы асыҡланды. Ул йылдар дауамында үҙендә вирус йөрөткәнен белмәгән.
— Уны ҡайҙан,нисек йоҡторалар?
— Ике юл барлығы билдәле. А һәм Е вирустары ашҡаҙан-эсәк аша йоға — бысраҡ ҡулдар, сей һыу, йыуылмаған емеш-еләк, йәшелсә. Был икенсе төрлө «бысраҡ ҡул ауырыуы» тип атала. Ә инде В, С, D — ҡан аша. Медицина процедураларында стерилләнмәгән ҡорамалдар, татуировка, пирсинг, маникюр, ҡырыныу саралары, теш щеткалары. Шулай уҡ һаҡланмаған енси бәйләнеш үтә хәүефле.
— Әгәр гепатит йылдар буйы үҙен белдермәһә, уны нисек асыҡларға?
— Ҡан анализын тапшырыу — иң мөһим сара. Ҡайһы берҙә хәлһеҙлек, аппетит юғалыуы, хатта ерәнеү тойғоһо, уң яҡ ҡабырға аҫтында ауырлыҡ аптырата. Организм шулай итеп хәүеф сигналын ебәрә. Күптәр быға иғтибар бирмәй. Уны ишетергә, аңларға һәм тикшеренергә кәрәк. Барлыҡ райондаштарға кәңәш: поликлиникаға барығыҙ, ҡанды гепатит В (HBsAg) һәм С (анти-HCV) маркерҙарына тапшырығыҙ. Был ОМС полисы буйынса бушлай, түләүле анализдың да хаҡы ҡиммәт түгел. Сәләмәт, тыныс тормош кисереү — һәр кемдең үҙ яуаплылығында.
— Әгәр вирус табылһа, нисек дауалайҙар?
— Хәҙерге медицина көслө. В гепатитына ҡаршы вакцина бар — ул яңы тыуған сабыйҙарға беренсе тәүлектә яһала. Ул D гепатитынан да һаҡлай. Ауырыуҙың С төрө заманса дарыуҙар менән 95 процент осраҡта 8-12 аҙнала эшкәртелә. Был — тулыһынса дауаланыу, йәғни вирусты организмдан юҡҡа сығарыу тигән һүҙ. Рәсәйҙә 2024 йылдан С гепатитына скрининг диспансеризация программаһына индерелгән, тимәк, был мөмкинлек тағы ла киңәйҙе.
— Яҡташтарыбыҙға ниндәй өс төп кәңәш…
— Беренсеһе — анализ тапшырығыҙ. Был иң ябай һәм мөһим аҙым. Икенсеһе — салондарҙа, дауаханаларҙа ҡулланылған ҡорамалдарҙың стериллеген күҙәтегеҙ. Шәхси гигиена әйберҙәрегеҙҙе бер кемгә лә бирмәгеҙ — теш щеткаһы, ҡырыныу саралары һәм башҡалар. Өсөнсө кәңәш — әгәр В гепатитына ҡаршы прививкағыҙ булмаһа, уны эшләтегеҙ. Был — ғүмерлек һаҡланыу.
— Беҙҙә гепатит менән ауырыусылар күпме? Халыҡ был мәсьәләгә етди ҡараймы?
— Район буйынса теүәл статистиканы асыҡламайым, әммә практика күрһәтеүенсә, ауырыусылар бар, тик улар йыш ҡына үҙҙәре лә белмәй. Күптәр «миндә билдәләр юҡ, тимәк, мин һау-сәләмәт» тип уйлай. Беҙ, табиптар, һәр осрашыуҙа, һәр ҡабул итеүҙә пациенттар менән ошо теманы күтәрергә тырышабыҙ, аңлатма бирәбеҙ.
— Гәзит уҡыусыларына ниндәй теләк?
— Һаулыҡ — иң ҡиммәтле байлыҡ, уны һатып алып булмай. Бер генә төр ҡан анализы ла йөҙҙәрсә ғүмерҙе һаҡлап ҡала, шул хаҡта оноторға ярамай. Ваҡытында табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ. Гепатит бөгөн — хөкөм түгел, ә дауалап була торған ауырыу. Үҙегеҙҙең һәм яҡындарығыҙҙың ғүмерен оҙайтыу — һеҙҙең ҡулда.
Әлиә Әмирова.
Автор фотоһы.