

Был һорауға район мәғлүмәт-консультация үҙәгенең баш агроном–консультанты Фәнил Ғәлиев яуап бирә:
– Был инфекция ауырыуы түгел, ә физиологик боҙолоу. Йәғни, помидорҙарға һеҙ уңайһыҙ шарттар тыуҙырғанһығыҙ.
Тимгелләнеп торған таптарҙың өс төп сәбәбе бар:
Нимә эшләргә? Тәү сиратта, ашлама менән артыҡ мауыҡмағыҙ. Тиреҫте күп һалған булһағыҙ, хәҙер калийлы ашлама һибегеҙ (калий сульфаты, ағас көлөнөң төнәтмәһе), әммә тәҡдим ителгән норманы арттырмағыҙ!
Теплицалағы помидорҙарҙы елләтеп тороғоҙ, ҡорманан күләгә эшләгеҙ. Үҫемлектәрҙең төбөнә аҙ-аҙлап һыу һибегеҙ.
Әгәр таптар ҡаты, серемәгән булһа, ашарға яраҡлы, уның зарары юҡ.
Япраҡты өҙгәндә 2-3-һен емеш эргәһендә ҡалдырығыҙ, улар ҡояштан ҡурсый.
Әлиә Әмирова.
Автор фотоһы.