

БПЛА-ның өлкән операторы «Самат» хәрби бурыстарҙы уңышлы үтәй. Өс йыл алғы һыҙыҡта хеҙмәт иткән ваҡытта яугир бер нисә тапҡыр яралана. Әммә һәр тапҡыр, дауаланғандан һуң, ул хәрби иптәштәре менән бергә булыу һәм үҙ бурыстарын үтәү өсөн сафҡа кире ҡайта. Һалдат әйтеүенсә, махсус хәрби операция башында Рәсәй армияһы традицион ҡорал төрҙәренә — артиллерияға, бронетехникаға һәм авиацияға иҫәп тота. Уларҙың әһәмиәте элеккесә ҙур, был РФ Оборона министрлығының көндәлек мәғлүмәттәрендә әйтелә. Әммә хәҙерге алыштарҙа пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙары төп роль уйнай, был турала оборона ведомствоһы отчеттары раҫлай.
— Рәсәй хәрбиҙәре пилотһыҙ осоу аппараттары менән эште уңышлы үҙләштерә. Башта үҙаллы өйрәнәләр, һуңынан тәжрибәле инструкторҙар етәкселегендә полигондарҙа әҙерлек үтәләр. Әммә тәжрибә алғы һыҙыҡта туплана. Хәҙерге дроноводтар йәшерәк тә, реакцияһы ла тиҙерәк. Беҙҙең рәттәрҙе гаджеттар, компьютерҙар һәм башҡа шундай ҡорамалдар менән бай тәжрибәгә эйә булған йәш белгестәр тулыландыра, - тип бүлешә «Самат».
Ул МХО-ла ҡатнашыуҙың үҙенә күп нәмәләргә икенсе яҡтан ҡарарға өйрәтеүен һыҙыҡ өҫтөнә ала.
- Туғандарым тураһында уйҙар миңә көс бирә. Уларҙың доғалары ҙур ярҙам күрһәтә. Аллаға ышаныу һәр һалдаттың йөрәгендә йәшәй. Ғаилә, иман һәм тыуған ер — ул кешегә ышаныс өҫтәй торған нәмә, - тип һүҙен йомғаҡланы хәрби.
Фото: Дмитрий Фадеев (Баймакский вестник)