

Рәсәй Ғәҙәттән тыш министрлығы янғын һүндереүселәре һәм Инйәр ауыл биләмәһе ирекле янғын һүндереү дружинаһы көстәре тарафынан ут һүндерелде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эҙләү эштәре барышында 77 йәшлек ирҙең мәйете табылды.
Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫтән сығармаҫҡа өндәйбеҙ. Янғындың йыш сәбәбе — ут менән һаҡһыҙ эш итеү һәм электр ҡоролмаларының яраҡһыҙлығы. Электр сымдарын һәм йылытыу системаларын даими тикшереү, шулай уҡ асыҡ ут сығанаҡтарын күҙәтеп тороу мөһим. Ут хатаны кисермәй, фажиғә эҙемтәләре бик ауыр.
Өлкән йәштәге кешеләргә айырыуса иғтибарлы булырға кәрәк. Улар — тиҙ онотоусан, әкрен хәрәкәтләнеүсән. Ҡаза килә күрһә, улар үҙаллы ҡотола алмай.
Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы ҡурсығыҙ. Һаҡлыҡ һәм иғтибарлылыҡ афәттән ҡотҡарыр, ғүмерҙе һәм милекте һаҡлар. Төтөн йәки ут күрһәгеҙ, шунда уҡ 101 йәки 112 номерҙарына шылтыратығыҙ.
Таһир Фазылов, 63-сө янғын-ҡотҡарыу часы начальнигы.