Инйәр
+27 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
30 Июля , 11:06

Әлмираның сәскәләре донъяны йәмләй

Архангел ауылының Ульяновтар урамында иғтибарҙы йәлеп иткән гүзәлеккә тулы витрина урынлашҡан — был «Әлмиранан сәскәләр» («Цветы от Альмиры») магазины. Бында төрлө гөл генә түгел, кешеләрҙең дә күңелдәре сәскә ата. Зауыҡ менән биҙәлгән бина күҙҙең яуын алып тора.

Әлмираның сәскәләре донъяны йәмләйӘлмираның сәскәләре донъяны йәмләй
Әлмираның сәскәләре донъяны йәмләй

Сауҙа нөктәһенең хужабикәһе — Әлмира Абдулла ҡыҙы Ғәлина. Ул — ошо ауылда тыуып-үҫкән егәрле ҡатын-ҡыҙ. Өфө ҡалаһында тарихи коммерция училищеһын (хәҙерге кооператив университеты) тамамлағандан һуң, төрлө өлкәлә хеҙмәт итә. Таксиҙа эшләгән осоронда Әлмира магазин тотҡан Әлфиә  исемле ханымға сәскә ташый. Шул мәлдән уның күңелендә сәскә бизнесына ҡарата ҡыҙыҡһыныу уяна — хыялды тормошҡа ашырыу теләге еңеп сыға.

Маҡсатлы, тырыш, тәүәккәл Әлмира Абдулла ҡыҙы тәүге тапҡыр сәскә магазинын 2010 йылда аса. Был уның өсөн яңы донъяға аяҡ баҫҡан осор була. Әммә яҙмыш көтөлмәгән ҡаты һынауҙарын ебәрә: Әлмира ҡурҡыныс юл-транспорт фажиғәһенә осрай — аяҡ-ҡулдары һына. Табиптар тән ағзаларының тулыһынса эшләмәйәсәге хаҡында әйтә. Ҡатын төшөнкөлөккә бирелмәй, өмөтөн өҙмәй. Уның ихтыяр көсө, рухи ныҡлығы ҡазаны еңеп сығырға ярҙам итә. Ике йыл дауамында ул ауыртыуҙарға ҡарамай, ҙур сабырлыҡ менән дауалана, күнекмәләр яһай. Һәм ... аяҡҡа баҫа!

2014 йылда тормоштоң яңы этабы башлана. Әлмира Ғәлина яңынан сәскә магазинын аса. Ауырлыҡтар алдында һынмауҙы сағылдырған ныҡлы аҙым яһала.

Флористика уның өсөн айырым ижадҡа әйләнә. Һәләтен, белемен камиллаштырыу маҡсатында 2010 йылда уҡ өс төрлө курс тамамлай. Әле лә ижад өҫтөндә ентекле, төплө эш алып бара: интернет аша түләүле уҡыуҙар үтә, сөнки заман үҙгәрә, сәскә менән сауҙа итеү көндән-көн яңыра,  яңы һулыш ала.

Магазинда сәскәләрҙең ниндәйе генә юҡ! Улар күмәртәләп баш ҡаланан ҡайтарыла. Иң күбе — раузалар («Эквадор» сортының хаҡы — 200–240 һум, ә метр оҙонлоҡтағы раузалар — 300 һумдан башлана), хризантемалар (ҡыуағы 240–280 һум), шулай уҡ гербералар, лилиәләр — һатып алыусыларҙың иң яратҡандары. Һәр гөлдөң үҙ нескәлеге, тематикаһы бар. Әлмира уларҙы оҫта ҡуша, гөлләмәләрҙе иҫтәлекле итеп биҙәй. Кашполағы тере сәскәләр, гелийлы шарҙар — барыһы ла алыусының күңелен күтәреү өсөн һатыуға ҡуйылған.

Ябай гөлләмәнең уртаса хаҡы — 800–850 һум, ҡупшыраҡ, төрләндерелгәндең  — 1500–2000 һум. Сәскәләрҙең оҙағыраҡ һаҡланыу маҡсатынан Әлмира Абдулла ҡыҙы «Тризал» препаратын ҡуллана. Ҡиммәтле гөлләмә алыусыларға был препарат бүләккә бирелә.

Сауҙа нөктәһенән йыл әйләнәһенә кеше өҙөлмәй. Байрам, тыуған көндәр, тормоштағы әһәмиәтле ваҡиғаларҙың бәҫен арттырып, кешеләр яҡындарын гөл-сәскә менән ҡыуандырырға тырыша. Был — бик күркәм ғәмәл.

24 июлдә Флористар көнө билдәләнә. Улар ябай сәскә һатыусы ғына түгел, ә сәскәләр теле аша шатлыҡ, мөхәббәт, хөрмәт тойғоларын еткереүсе, матурлыҡ тыуҙырыусы оҫта. Флорист төҫтәрҙе, формаларҙы, хуш еҫтәрҙе оҫта ҡушып, ҡабатланмаҫ әҫәр тыуҙыра. Әлмира Ғәлина шундайҙарҙың береһе. Уның ҡулдарынан сыҡҡан һәр букет — үҙенә күрә әҫәр. Гүзәллеккә ғашиҡ яҡташыбыҙҙы ошо уңайҙан ихлас ҡотлап, артабан уңышлы эшләүен теләйбеҙ!

Әйткәндәй, Әлмира Абдулла ҡыҙы — бары тик сәскә магазины менән генә сикләнеп ҡалмаған эшҡыуар. Ул шулай уҡ «Фазенда» магазинын асҡан. Бында уның улы Вадим Антипин етәкселек итә. Был сауҙа нөктәһендә яҡташтарға баҡса эштәре өсөн кәрәкле ҡорамалдар, үҫентеләр, орлоҡтар, баҡса йыһаздары тәҡдим ителә. Бер ауылда кешеләргә кәрәкле, файҙалы ике магазин эшләүе ҡыуаныслы.

ВСТАВКА

  • Телефон аша алдан заказ — һеҙгә уңайлы ваҡытта гөлләмә әҙерләп ҡуялар.
  • Шәхси ҡараш — флорист заказдарҙы һеҙҙең теләктәрегеҙҙе иҫәпкә алып үтәй.
  • Төрлө түләү ысулдары — ҡулаҡса, банк картаһы, күсермә аша түләү.

ВСТАВКА

Магазиндың адресы: Архангел ауылы, Ульяновтар урамы, 25 (автовокзал ҡаршыһында)

Телефон: 8-919-606-20-30

ВСТАВКА

Эш ваҡыты

09.00 — 19.00

Ял көндәрһеҙ

Әлиә Әмирова.

Айһылыу Мөхәмәтйәнова фотолары.

Автор:Мухаметьянова А.
Читайте нас