Инйәр
+27 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
30 Июля , 10:58

Бәләкәс кенә йәнлектең ҙур бәләһе

Гәзит биттәрендә беҙ даими рәүештә һаулыҡ мәсьәләләрен күтәреп сығабыҙ. Бөгөн үҙәк район дауаханаһының табип-инфекционисы Гүзәл Батыршинанан аңлатма һорап мөрәжәғәт иттек. Әңгәмәгә республика буйынса хәүефле статистика сәбәп булды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, беҙҙең төбәк бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәк буйынса эндемик урын һанала. Үткән йылда ауырыусылар һанының ныҡлы үҫеше теркәлде — 732 осраҡ, был 2024 йыл күрһәткестәренән 2,1 тапҡырға юғары. 2026 йылдың беренсе алты айында Башҡортостанда сирҙең 34 осрағы теркәлгән. Был хәл Благовещен, Ғафури, Дыуан, Иглин, Ишембай, Нуриман, Туймазы, Өфө, Шишмә райондарында, шулай уҡ Октябрьский ҡалаһында күҙәтелә.

Бәләкәс кенә йәнлектең ҙур бәләһеБәләкәс кенә йәнлектең ҙур бәләһе
Бәләкәс кенә йәнлектең ҙур бәләһе

— Инфекцияның таралыу юлдары:

  • сысҡан бүлендектәре менән бысранған саңды һулағанда;
  • кимереүселәр йәки зарарланған тирә-яҡ мөхит әйберҙәрен (бесән, һалам һ.б.) йәрәхәтләнгән тире һәм лайлалы ҡабыҡ менән ҡағылғанда;
  • йәнлектәрҙең бүлендектәре менән зарарланған һәм термик эшкәртеү үтмәгән һыу һәм аҙыҡ-түлек ҡулланғанда.

Бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәкте йоҡтороу урындары:  баҡса, урман, ялан, иҫке бина. Ҡыр сысҡаны тарафынан вирус кеше организмына һауа-саң аша йоға. Был юл зарарланыуҙың 85 процентын тәшкил итә. Шуға күрә йорт-ҡура, участкала йыйыштырынғанда битлек һәм бирсәткәләр кейеү зарур.

Халыҡ телендә сысҡан ауырыуы тип аталған сир — ауыр вирус, ул бөйөрҙө һәм ҡан тамырҙарын зарарлай. Башланғыс стадияла йыш ҡына грипп менән бутайҙар, әммә уның үҙенсәлекле билдәләре бар: бил ауырта, бит, муйын һәм күкрәктең өҫкө өлөшө ҡыҙара («капюшон» симптомы), күҙ алды томанлана. Әгәр юғары температура — 38–40 градус фонында үрҙә әйтелгән симптомдар күҙәтелһә, тиҙ арала табипты саҡырырға кәрәк. Оҙаҡҡа һуҙыу, ауырыуҙы инҡар итеү бөйөргә зыян килтерергә мөмкин. Шуны белеү мөһим — ауырыған кеше эргә-тирәһендәгеләргә ҡурҡыныс тыуҙырмай. Сир фәҡәт инфекция сығанағы  — кимереүселәр аша йоға.

Зарарланыуҙан башлап тәүге билдәләргә тиклем 4 көндән алып 49 көнгәсә, уртаса 2–3 аҙна ваҡыт үтә. Әгәр кеше иҫке йортта йәки аҙбарҙа йыйыштырһа, бесән әҙерләүҙә, иген йыйыуҙа ҡатнашһа, ә бер нисә аҙнанан үҙен насар тойһа — һис кисекмәҫтән табипҡа мөрәжәғәт итергә, ҡайҙа, нимә эшләгәнен әйтергә тейеш.

Һәр кем үҙен һәм яҡындарын һаҡлар өсөн, Рәсәй ҡулланыусылар күҙәтеүе тәҡдим иткән ябай, әммә тормош өсөн бик мөһим ҡағиҙәләрҙе хәтерендә тотһон:

— Баҡса участкаларын, гараж, баҙ, иҙән аҫтын йыйыштырғанда респиратор (йәки дүрт ҡатлы марлялы битлек) һәм резина бирсәткәләр кейеү мотлаҡ. Саң өҫкә күтәрелмәһен өсөн, бөтә эште тик дымлы ысул менән генә башҡарыу зарур.

— Дачала бер аҙнанан оҙағыраҡ булмаған осраҡта, бинаны мотлаҡ елләтергә һәм дезинфекциялау саралары менән эшкәртергә, һауыт-һабаны ҡайнар һыу менән сайҡарға кәрәк.

— Йәнлектәр кимергән йәки уларҙың эҙҙәре ҡалған аҙыҡ-түлекте бер ҡасан да ҡулланырға ярамай. Билдәһеҙ сығанаҡтарҙан алынған һыу ҡайнатылырға тейеш.  Ярма һәм башҡа ризыҡты тик тығыҙ ябылған һауытта һаҡларға.

— Участканы көнкүреш ҡалдығы, иҫке-моҫҡо менән тултырыу кимереүселәрҙе йәлеп итә. Шуға күрә һәр ер таҙа, үлән даими сабылған, ҡоро ағас-ҡыуаҡтар йыйып алынған булһын.

Шик тыуҙырған билдәләр тойолғас та, табипҡа барырға кәрәк. Ваҡытында диагностика үтеү һәм дауаханаға урынлашыу — уңышлы дауаланыу гарантияһы.

Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!

Әлиә Әмирова.

Автор:Мухаметьянова А.
Читайте нас