

– Хәүефле сир оҙаҡ ваҡыт үҙен һиҙҙермәй. Үпкә туҡымаһында ауыртыу рецепторҙары юҡ тиерлек, шуға күрә кеше үҙен тулыһынса сәләмәт тип тоя, ә яман шеш шым ғына үҫешә. Пациенттарҙың күбеһе сир өсөнсө-дүртенсе стадияға еткәс кенә табипҡа мөрәжәғәт итә.
Төп хәүеф факторы – тәмәке тартыу. Уның төтөнөндә алтмыштан ашыу канцероген матдә бар, улар күҙәнәктәргә туранан-тура зыян килтерә. Шулай уҡ пассив тартыусылар ҙа ҙур хәүеф аҫтында. Тәмәкене ташлау бер ҡасан да һуң түгел: ваҡыт үтеү менән организмдың үҙен тергеҙеү һәләте эшләй башлай. Икенсе фактор – тирә-яҡ мөхиттең бысраныуы, сәнәғәт ҡалдыҡтары. Өсөнсөһө – нәҫелдән күсә килеү: яҡын туғандарҙа был сир булһа, хәүеф арта.
Иң мөһиме – тәүге билдәләрҙе күҙ уңынан ысҡындырмау. Әгәр ике-өс аҙна буйы туҡтамаған йүткереү, тын ҡыҫыу, сәбәпһеҙ арыу, кинәт ябығыу күҙәтелһә, был – кисекмәҫтән табипҡа мөрәжәғәт итеү өсөн етди сәбәп.
Бында терапевтың роле бик мөһим. Ул, тәү сиратта, үпкәне тыңлай. Ағзала хырылдау, тын алыуҙың көсһөҙләнеүе кеүек шикле тайпылыштар булһа, табип пациентты кисекмәҫтән флюорографияға йәки рентгенға ебәрә. Әгәр һүрәттә шикле таптар йәки шәүләләр асыҡланһа, терапевт пациентты онкологҡа, компьютер томографияһына (КТ) һәм бронхоскопияға ебәреүҙе ойоштора. Йәғни, терапевт төп сирҙе дауаламаһа ла, хәүефле сигналды ваҡытында танып, пациентты профилле белгестәргә йүнәлтеүҙә хәл иткес звено булып тора.
Диагноз дәлилләнгән осраҡта ла, ҡурҡырға, төшөнкөлөккә бирелергә ярамай. Хәҙерге заман медицинаһында маҡсатлы терапия, иммунотерапия кеүек алдынғы ысулдар бар. Әммә улар сирҙең тәүге стадияларында асыҡланған осраҡта ғына иң юғары һөҙөмтә бирә. Шуға күрә йыл һайын флюорография үтеү – ябай ғына ғәҙәт түгел, ә ғүмерҙе һаҡлап ҡалырға һәләтле мөһим аҙым. Диспансеризация ла хәл-торошто белеп, тикшереп тороу өсөн ойошторолған, уны инҡар итеү – үҙеңә битарафлыҡ ҡылыу. Һаулыҡ – беҙҙең ҡулда.
Әлиә Әмирова.